Все новости
Рухиәт
26 Января 2023, 17:12

Мөғжизәле ҡыш

Геннадий БАСОВ.

Мөғжизәле ҡыш
Мөғжизәле ҡыш

Селлә таң да алһыулана, ана,
Тышта инде ғинуар аҙағы.
Ҡар өҫтөндә уйнай ал нур менән,
Фирүзәләй көндөң аяҙы.
Кисә генә аҡ ҡар яуып үткән,
Ел дә инде хәҙер төңөлгән.
Тын йоҡоға талған баҡса күрә,
Алтын япраҡтарын төшөндә.
Шундай көндәрҙә мин яңғыҙ ғына,
Инеп бикләнәм үҙ донъяма.
Унда юҡ ғәйбәт тә, үс алыу ҙа,
Бер кем керә алмай ояма.
Ҡышҡы мөғжизәне күҙәткәндә,
Юҡҡа сыға барлыҡ ҡоршауҙар,
Кеше яҙмышына еңел генә,
Хужа булған ҡаты тышауҙар.
(Хәлиҙә Алтынбаева тәржемәһе).

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: