Все новости
Рухиәт
1 Февраля 2023, 16:14

«Беҙҙең лиралар һинең турала, Күмертау»

Күмертау - бында тыуғандар өсөн генә түгел , башҡалар өсөн дә иң матур һәм яратҡан ҡала.

«Беҙҙең лиралар һинең турала, Күмертау»
«Беҙҙең лиралар һинең турала, Күмертау»

Ҡаланың 70 йәшлек юбилейына Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты студенттары һәм Күмертау Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Беҙҙең лиралар һинең турала, Күмертау» тигән сара үткәрелде. Иң тәүҙә студенттар Гөлшат Уразбаева ойошторған китаптар күргәҙмәһе менән танышты. Күргәҙмәлә Күмертау, Санкт-Петербург, Башҡортостан һәм Рәсәй союзы яҙыусылары ойошмаһы ағзалары Кинйәғәли Абдуллин, Виктор Уразов, Андрей Свириденко, Тимерйән Ниәтшин һәм башҡа яҙыусыларҙың «Күмертауым мин мәңгелеккә һинең менән», «Тыуған ер йыры », «Берҙәмлек», «Дуҫлыҡта көс», «Ҡышҡы йәйғор» исемле шиғри йыйынтыҡтары теҙелгәйне.
Гөлшәт Хөрмәт ҡыҙы һөйләүе буйынса студенттар урындағы яҙыусылар ойошмаһы төрлө быуын һәм төрлө һөнәр эйәләре икәнен, урыҫ, башҡорт, татар телендә яҙғандарын белделәр. Уларҙы барыһында шиғриәткә булған һөйөү берләштерә.

Рафиҡ ӘМИНОВ, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: