Все новости
Рухиәт
9 Февраля 2023, 15:40

Бәйләйбеҙ ҙә бәйләйбеҙ

Беҙҙең ауылда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү матур йолаға әйләнде.

Бәйләйбеҙ ҙә бәйләйбеҙ
Бәйләйбеҙ ҙә бәйләйбеҙ

Бәйләйбеҙ ҙә бәйләйбеҙ,

Арыу-талыу белмәйбеҙ.

Нисек тә беҙ табабыҙ,

Кис үткәреү әмәлен.

Беҙҙә тик ултыра белмәгән ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл булырға тырышҡан инәйҙәр, апайҙар, килендәр йәшәй. Көндәр ҡыҫҡарып,т өндәр оҙоная башланғас та ҡул эштәрен алып әле беребеҙгә, әле икенсебеҙгә киске ултырмаға йөрөй башлайбыҙ. Быйылғы йылда ППМИ-ла ҡатнашырға теләгебеҙ булды һәм төрлө саралар үткәреп, еңеп сығып ауылыбыҙҙың зыяратын кәртәләп ҡуйырға йыйынабыҙ. Сираттағы киске ултырмаға беҙ күрше ауылдан ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтергә ағинәйҙәр төркөмөнән Нәжиә апай Баҡыеваны саҡырҙыҡ. Ул беҙгә түшелдерек, ҡашмау кеүек биҙәүестәр эшләү серҙәрен күрһәтте. Һәр береһе үҙҙәренең бәйләнгән әйберҙәрен алып килделәр. "Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа йөрәк йылығыҙҙы һалып башҡарығыҙ"-тине беҙгә Нәжиә апай. Хәҙер беҙҙең ауылда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү матур йолаға әйләнде.

Гөлдәр Әхмәтова, Көйөргәҙе районы, Урта Бабалар ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: