Ауылдың Мәҙәниәт Йорто етәксеһе Вәсилә Маҙһар ҡыҙы үҙешмәҡәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған Уҡытыусы һәм остаз йылы менән бәйләп алып барҙы. Сараға ветеран уҡытыусылар ҙа саҡырылған ине.
Тыныслыҡ символы - күгәрсендәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Сәхнәне биҙәүҙә Өфө медицина университеты талибәһе Гүзәл Мөхәмәтшина ҙур ярҙам күрһәтте.
Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған Уҡытыусыма йырын Аллабирҙе мәктәбе уҡытыусылары башҡарыуын зал алҡыштар менән тыңланы. Шайморатов генерал йырын бөтә тамашасылар аяғүрә баҫып, Мәҙәниәт Йортоноң вокал Йәшлек ансамбле менән бергә башҡарҙы. Бөгөнгө көндә Украина ерендә Аллабирҙенең дүрт егете ут аҫтында булыуы береһен дә битараф ҡалдырманы. Байтаҡ йыл элек башҡорт халҡының данлыҡлы улы Шайморатовҡа Герой исеме биреүҙе бөтә Башҡортостан халҡы ҡатнашҡанда аллабирҙеләр ҙә ситтә ҡалманы - яҙылған ғаризаға бөтә ауыл ҡултамғаһын ҡуйып Өфөгә ҡоролтайға алып барып тапшырҙы.
Уҡытыусы Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы Әлибаеваның Ләйсән бейеүҙәр ансамбле сығыштарын да яратып ҡаршыланы тамашасы. Фүриә Аксарова дүртенсе синыф уҡыусыһы Мәликә менән ҡумыҙҙа уйнауы ла жюри ағзалары һәм тамашасы күңеленә хуш килде.
Сания Кузбаева.