Шуға ла уның тураһында мәҡәләлә күп күләмдә яҙмайынса, башҡа ауылдаштарыбыҙ тураһында бәйән итәм. Әлбиттә уның Абыҙ, әүлиә тигән ололау һүҙҙәрен инҡар итмәйенсә генә, ауылыбыға нигеҙ һалыусы булараҡ, ихтирамыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәй, киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.
Бүгәсәү яуында Кинйә ауылының бар ир- егеттәре лә бик әүҙем ҡатнашҡан. Хатта Кинйәнең йән һаҡсыһы ла булған. Ауылдаштары үҙенә һиҙҙермәй генә һаҡлап йөрөүҙе бер йәш ауылдашына йөкмәткән тип һөйләнеләр аҡһаҡалдар. Тик кем икәнен аныҡ белмәнеләр. Сер- сер булып ҡалған күрәһең.
Һеләүһен Кинзин
Кинйә Арыҫлановтың иң яҡын ярҙасыһы, әлбиттә уның улы - Һеләүһен. Яуға ҡушылғандың беренсе көннән үк атаһы янында була. Кинйә Арыҫланов тәү башлап баш күтәрүселәр янына Бред слободаһына барғанда Һеләүһен атаһы менән барған. Ул ике туған ағаһы Ҡотлоғилде менән бергә Пугаевтың манифестарын әүҙем һәм ышаныслы таратыусыһы булған. Агитация башҡорттар һәм Русияның башҡа урыҫ булмаған халыҡтары араһында таратылған. Был хәл күтәрелештең беренсе яртыһының аҙағында, икенсе яртыһының башында бигерәк тә кәрәкле булған. Был турала архив документтары раҫлай. 1773 йылдың 28 октябрендә Өфө провинция канцелярияһы үҙенең губернатор Рейнсдропҡа серле рапортында бына нимәләр яҙған. “Кинзи Арсланова сын Сюлявчин с протчими согласниками со объявленными от изменнической толпы письмам, которые те прводять народ башкирской в согласие”. Был турала властарға Ҡолой Балтасов һәм Мәнди Түлеев хәбәр иткәндәр. Әммә Һеләүһенде һәм уның эйәрсәндәрен халыҡ ныҡ яҡлап сыҡҡан. Шул уҡ рапортта был турала ла әйтелгән. “ Для поискиу от Уфимской провинциалной канцелярии посланы во все те места нарочные и, возвратясь, поданными рапортами объявили, что онитех лжеразгласителей к поимке хотя и со всевозможностью старались, но только нигде оных разведат не могли”. Күтәрелештең һуңғараҡ өлшөндә Һеләүһен тураһында документтар әҙәйә төшә. (1773 йылдың ноябренән 1774 йылдың апреленәсә). Шулай ҙа ҡайһы бер документтарҙа атаһының башҡорт полкында хеҙмәт итте тигән яҙмалар бар. Тағы ла бер документта уның ҡултамғаһы һалынған. “По приказу вышеписанных(атамана Кинзи Арсланова и полковника Ямансары Яппарова) писал и руку приложил писарь Слявсун Кинзин”.
1774 йылдың яҙында ла атаһының фарманы менән яңы ғәскәр йыйыу өсөн башҡорт иленең көняҡ волостары буйлап күп йөрөй. Был башҡорт полкы Бүгәсәү отрядына яңы көс өҫтәй, улар ике өлөшкә бүленеп, бер өлөшө Оло Иҙел буйына, Салауат Юлаев һәм Ҡәнзәфәр Усаев командалары Уҫа яғына йүнәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер нисә башҡорт полковнигы, атап әйткәндә Ҡайып Ейәмбәтов һәм Ибраһим Мерәҫов карателдәр яғына сыға. Ошо ике полковник каратель мишәр старшинаһы Ишмхәмәт Сләймәновҡа бына нимәләр тип хәбәр иткәндәр: “А Каранай, Канбулат, и Кинзи-абыза меншой брат Кутлугилды, сын ево, Кинзи, Сляусин, набрав сот до шести башкирцев, находятся в вершине реки Кундряк”.
1774 йылдың ноябрендә Әлибай Мырҙағолов Ҡазан ҡалаһы серле комиссияһына рапорт ебәргән. Унда үҙ теләктәре менән әйептәрен таныған баш күтәреүселәр теҙмәһе бирелгән. Араларында Һеләүһен дә бар. Һеләүһен тураһында ул: Кинйә ауылына шәхсән үҙем барҙым һәм Һеләүһенде ҡулға алдым” тип ҡултамға ҡуйған Әлибай Мырҙағолов. Әммә башҡа документтар буйынса һаман да ҡасып йөрөй тип күрһәтелгән.
Һеләүһенгә бик күп һынауҙар үтергә тура килгән. Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Ҡәнзәфәр Усаевтар менән бергә ҡаты язалар күтәрергә тура килә. Этап менән Ҡазан ҡалаһынаса ебәрелә. Шулай ҙа уға батша тотҡонлоғонан ҡотолорға насип була Быға яҡташтары, алданыраҡ карательдәр яғына сыҡҡан Яманһары Яппаров, Биктимер Мотаев, Муса Иманғолов һәм Яманғол Унғаров ярҙамға килә. Улар Һеләүһен яуыздар яғында йөрөһә лә ни бары ике йәки өс тапҡыр ғына булды, башҡа ваҡыттарында өйөндә булды тип шаһитлыҡ бирәләр. Шулай итеп ул 1775 йылдың 17 мартында иреккә сыға. (Ырымбур өлкәһе дәүләт архивы, фонд 3, опись 1, 145-се эш)
Һеләүһен Кизинды билдәһеҙ рәүештә юҡҡа сыға тип билдәләгән ғалим Нәзир ағай Ҡолбахтин. Мин был матермадағы күп кенә факттарҙы Нәзир Ҡолбахтиндың китабынан алдым. (Китап тураһында мәҡәлә аҙағында мәғлүмәт бар). Әммә 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарында Абдрахман Һеләүһенов теркәлән, 31 йәштә тиелгән, тимәк ул 1785 йылда тыуған булып сыға. Юҡҡа сыға тигән фаразды былай тип арыҡларға була, беренсе фекер: Һеләүһен бер нигә ҡыҫылмай, тыныс ҡына итеп ауылында йәшәгән, икенсе вариант – күпмелер ваҡыттан һуң ситтә йргәндән һуң кире ауылына ҡайтҡан, өсөнсө варианта, Абдрахман Һеләүһенов атаһы тыуған ауылға ҡайтып төпләнгән. Әлбиттә, барыһын да бер Аллаһҡа тапшырайыҡ, тик ул белеүсе. (Архив биттәренән Кинзяабызова д., Оренбургский уезд; год 1834, фонд И-138, опись 2, дело 430)
Мәрхүм яҙыусыбыҙ Ғәли Ибраһимов Кинйә романын яҙғанда материалдар йыйып бик күп йөрөй, башҡорттар йәшәгән күп ерҙәрҙә була. Һеләүһенов фамилиялы бик күп кешеләрҙе осрата. Улар бигерәк тә хәҙерге Һарытау өлкәһе яғында таралған ти. Бәлки, улар ысынлап та Һеләүһен Кинзин тоҡомдарылыр. Ырымбур өлкәһендә таралған Һеләүһеновтар ҙа, беҙ Һеләүһен Кинзин нәҫелдәре булырға тейеш тип иҫәпләйҫәр.
Ҡотлогилде Абдрахманов – шулай уҡ Бүгәсәүгә тәүге ҡушылыусыларҙан иҫәпләнә. Ул Кинйә Арыҫлановтың бер туған ағаһының улы.
Ул был дәүерҙә тәжрибә йыйған кеше булған. Быны архив документары раҫлай. 1763 йылда Кинйә, Яманһары, Ҡасҡын һәм Нуай даруғаһының бер нисә өоөҫөнан һайлап алынған делегаттар менән бергә завод тотоусы Твердышевҡа һәм Мясниковҡа аҫаба ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашҡан. (Материалы по истории Башкирской АССР. Т. IV. Ч. 1. С. 83-86.)
Ҡотлогилде, документтар раҫлауынса, полковник дәрәжәһендә булған. Пугачев яҙған манифистарҙы төрки теленә ауҙарыусыларҙың береһе. Ул да шулай уҡ Һеләүһен кеүек башҡорттарҙан ғәскәр йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Восстаниеның һәр дәүерендә лә бик әүҙемлек күрһәткән.
(Кулбахтин Н.М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. - Уфа, 2020. - 536 с.pdf)
Күтәрелештең аҙағынаса Кинйнең фармандарына буйһоноп йөрөгән. Хатта Пугачев ҡулға алынғас та, уның кәңәштәрен тотҡан. Күп кенә башҡорттар, Пугачев яуы баҫтырыла башлағас, батша әскәрҙәре яғына сыҡҡан һәм “ышаныслы башҡорт” титулы алған. Шулар араһында Әлибай Мырҙағолов та булған. Уның инсиативаһы менән яуҙа ҡатнашҡан башҡорт старшиналары Ҡазан ҡалаһына махсус комиссияға “хаталарына үкенеү белдереү” өсөн килгән.Был 1774 йылдың ноябрь айы була. Полковник булараҡ Ҡотлогилде лә бик ауыр язалауҙарға дусар булған. Һәм башҡа баш күтәреүселәр менән бергә тотҡонлоҡта тотолған. 1775 йылдың яҙында Екатерина II нең 1773 йылдың 29 ноябрендәге баш эйеп, эшләгәндәре өсөн үкенгән баш күтәреүселәрҙе ярлыҡау тураһындағы Манифестына ярашлы азат ителә. Әммә башҡаса уның тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Нәзир Ҡолбахтиндың ғилми эштәрендә тағы ла Кинйәнең ике улы Сөләймән һәм Юлай телгә алынған, әммә улар тураһында архив материалдары ла, аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр һйләгән риүәйәттәрҙә юҡ. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә лә теркәлмәгән. Шуға күрә лә улар тураһында был мәҡәләлә яҙмайым.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Кулбахтин Н.М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. - Уфа, 2020. – 536
Һеләүһен Кинзин, 315-320 биттәр
Ҡотлогилде Абдрахманов, 315-342 биттәр
2 Архив материалдары.
https://basharchive.ru/census/reviz/71347/#photo-5
https://basharchive.ru/census/reviz/71346/#photo-4
-11 °С
Облачно