Яңы Таймаҫ гимназияһы коллективын гел күреп тороп булмай, шулай ҙа күргән һайын хайран ҡалдыралар (ҡыҙҙары, бигерәк тә). Улар өсөн ваҡыт тигән төшөнсә юҡ һымаҡ, булһа ла, сәғәт телдәре кирегә әйләнә әллә?
Күҙҙәр генә теймәһен, төрлө им-томға ышаныс бик булмаһа ла, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, эстән генә шулай тинек.
Өйҙөң ҡото - ҡатын-ҡыҙҙа тиҙәр, мәктәп ҡото ла һеҙҙә икән. Әйтәм, барыһының да аяҡтары гел ошо яҡҡа тартып тора. Ошо сихри ҡотоғоҙ, йәшлек дәрте, сәме, ғәме бер ҡасан да ҡоромаһын, таймаҫтар!