Оят, был турала бөгөн генә белдек. Беҙҙең янда тәрбиәләнгән, үҫкән, Ермолаево мәҙәниәт һарайында йырлап йөрөгән...
Ояты нимәнән ғибәрәт: Рузалия, баҡһаң, бар илгә билдәле ҡыҙ икән дә! Сорғот ҡалаһында йәшәй һәм милләтте күтәрә. Бөтә Рәсәй халыҡтары йәштәр ассамблеяһы ағзаһы.
«Этномир народов, проживающих в Югре» тигән этнопроект авторы ла ул.
Бер башҡортто күтәрәм тип кенә йөрөмәй ҡыҙыбыҙ, ул ноғай, сыуаш, рус, татар... саралары ла үткәрә Себер ерендә. Хатта Сорғот халҡына милли ҡурсаҡтар ҙа яһап күрһә икән.
Әле Рузалия "Милләт матурлығы - Краса России" фестивалендә ҡатнашҡан. Нимә тип әйтәһең, афарин, һеҙ ысынлап та, милләт матурлығы, Рузалия.