ара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәр авторы, “Йәйләү” профилле сменаһының, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арнала.
Конференция секцияларында һәм пленар ултырышта Ейәнсура, Яңауыл, Мәләүез, Туймазы, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡыйғы, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килгән уҡытыусылар ҡатнаша. Сараға йыйылыусылар Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге роле тураһында сығыш яһаясаҡ, фекер алышасаҡ.
Фәнни-ғәмәли конференцияны асыуҙа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сығыш яһаны һәм унда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
– Бөгөнгө сараның маҡсаты – Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу. Шуға күрә бөгөн етди һөйләшеүҙәр ҙә, шул уҡ ваҡытта байрам кәйефе лә буласаҡ. Беҙ ошондай маҡсаттар менән алға барабыҙ икән, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, башҡорт халҡының киләсәге бар. Ошо эште беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева ғүмере буйы алып барҙы. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланам, уның бөгөн дә халҡым, тыуған ерем тип эшләй алыуы өсөн һөйөнәм, – тине ул.
"Бураҡаева уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен иртәгә лә дауам итәсәк.
Сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзите.