Был форум бишенсеһе икән. Мәләүездә бөгөн булған Атайсал форумы.
Барыр ҙа, аҙыраҡ тыңлар ҙа ҡайтарбыҙ тиһәк.... Бында ни, уңға ҡараһаң да бер таныш, һулға боролһаң да бер таныш. Күпбеҙ икән. Аһаһайлап, ҡосаҡлашып, улай-былай итеп, күрешкәс, секцияларға бүлендек. Һәр кемдең үҙенеке. Беҙгә тәғәйене Медиа тигәне булды, әлбиттә. Һүҙҙе күп сурыттыҡ, төп әйткәне шул: тыуған илгә ярҙам итегә кәрәк. Төрлө миҫалдар килтерелде. Мәҫәлән, Данис Зарипов, Силәбе өлкәһе егете, бөтөн донъяға танылған хоккейсы, Аҡ Барста уйнағас, Татарстанды тыуған иле кеүек күрҙе, хоккей таяҡтары яһай торған завод асты, Яр Саллыла. Ҡалай шәп егет! Уйлап ҡараһаң, һәр районда бар ундай егет-ҡыҙҙар, кемеһе Испанияла йәшәй, кемеһе Питерҙа, бәйләнеш кенә самалыраҡ, улар ҙа ауылдарына мәсет һалырғамы, тағы нимәһенәлер ярҙам итә алырҙар ине.
Бер секцияла Данил Акилов телмәр тотто. Айыҡ ауыл буйынса һөйләне. Халыҡ үҙе эсмәйем тине һәм китте... Халыҡ ныҡлап эшләй башланы, тыуым артты, алама ғаиләләр кәмене. Быларҙы тыңлап ултырғандар, ҡалай шәп йәшәй былар, әллә шунда барып йәшәргә тип уйлауы ла ихтимал ине.
Һүҙ һөйләп арығас, ашарға киттек. Ресторанға. Кемгәлер талон бирмәгәндәр, ары бәрелде, бире һуғылды, миңә талон эләкмәне, ашатырҙармы икән? Таптылар. Берҙе түгел, хатта икене килтереп тотторҙолар. Аша ғына.
Ресторанға инһәк.... Бааа, знакомые лица, тигән ише, Араптановтар ултыра. Раил Рамаҙан улы, Рузилә Йәбир ҡыҙы. Ял ваҡытын самалап, Р. Араптанов ҡатынын ресторанға саҡырған әллә?
Материал тулы килеш киләһе һанда баҫыла.