Все новости
Рухиәт
22 Апреля 2023, 18:45

Йылдар уңышлы булһын!

Яҡут ауылында "Ҡарға бутҡаһы” үтте, һый барыһына етте.

Йылдар уңышлы булһын!
Йылдар уңышлы булһын!

«Ҡарға бутҡаһы» - башҡорт халҡының яҙҙы ҡаршылауға арналған матур байрамдарҙың береһе. Ул, ғәҙәттә яҙ мәлендә, апрель аҙағында кәкүк саҡырғанға тиклем үткәрелә. Ураҙа ғәйете байрамы дауамы булараҡ халҡыбыҙҙың милли байрамдарын үҫтереү маҡсатында Мораптал ауыл биләмәһе ҡоролтайы һәм “Ағинәйҙәр” ойошмалары менән берлектә “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәрҙек. Балалар һәм өлкәндәр байрамды уҙғарыу өсөн ауыл паркына йыйылды. Көндөң болотлап, ямғыр ҙа һибәләп тороуы ла байрамға йыйылыусыларҙың кәйефен төшөрә алманы. Халҡыбыҙҙың онотолоп барған уйындарын балалар ғына түгел, ололарҙа ихлас ҡатнашып бүләктәр алды, ә бүләктәр беҙгә бик йыраҡтан ҡайтҡан ине. Ауылыбыҙҙың уңған ҡыҙы, "Ынйылар"өлгөлө бейеү ансамбле солисткаһы, әлеге көндә Янған тау шифаханаһы хореографы, Алиә Алтынбаеваның махсус бүләктәре ине. Ҙур рәхмәттәр яуһын шулай ауылын, беҙҙе онотмай, байрам бүләктәре менән барыбыҙҙы һөйөндөргәне өсөн, эшеңдә тик уңыштар теләйбеҙ. Венера Әнүр ҡыҙының бешергән телде йоторлоҡ бутҡаһын ашап, инәйҙәр бешергән тәмлекәстәр менән самауар сәйҙәрен эстек. Йола буйынса ҡалған бутҡаларыбыҙҙы ҡарғаларға һалып изге теләктәр теләп, байрам кәйефе менән таралыштыҡ. Ҡайтырға ла өлгөрмәнек ҡарғалар һыйҙан ауыҙ итергә лә килделәр. Уңышлы йылдар булһын!!! Амин!!!

Автор:
Читайте нас: