Все новости
Рухиәт
3 Мая 2023, 18:00

ИЛ ТАРИХЫН ЯҘА БАТЫРҘАР

ШУЛ ТАРИХТЫ ҺАҠЛАЙ БАЛАЛАР.

ИЛ ТАРИХЫН ЯҘА БАТЫРҘАР
ИЛ ТАРИХЫН ЯҘА БАТЫРҘАР

"Аҡбуҙат" журналы Күмертау ҡалаһындағы 3-сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатында балалар менән осрашты.

5-6 кластарҙа уҡыған йәш дуҫтарыбыҙ менән баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина дүрт таяу хаҡында һөйләште: туған тел, ил тарихы, батырҙар, шәжәрә, иман.
"Ысын башҡорт булыу өсөн ошо төшөнсәләрҙе белеү мөһим", - тине ул.

5-се класс уҡыусыһы Айназ Ғәббәсов ҙур шәжәрә ағасын төҙөгән. Ул таҡтаға сығып ете быуынын атаны. Әсфән Аҙнабаев батырҙарҙы белә, был ике малай ҙа журналдың бүләктәренә лайыҡ булды. Доға белеүсе балалар ҙа бар гимназияла.

3-сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатында 420 бала уҡый, Башҡортостандың район-ҡалаларынан йыйылған.

Гимназияға ҡағылышлы һөйөнөслө хәбәр ишетеп ҡыуандыҡ: был тиклем усағына Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың исемен биргәндәр. Гимназияла уның исемендәге класс та төҙөлгән.

«Ил тарихын яҙа батырҙар», - тине Лариса Абдуллина. Ә шул тарихтың һағында балалан тора, сөнки тап улар мәңгелек ҡиммәттәр менән киләһе быуынды бәйләгән күпер.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

Автор:
Читайте нас: