Все новости

ҺӨҘӨМТӘЛЕ БУЛҺЫН

Туған телебеҙҙе яҡлап РФ Президенты В.В. Путинға тип яҙылған хатҡа бөтәһе 1061 йыйылған ҡултамға Өфө ҡалаһына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, тапшырылды.

Туған телебеҙҙе яҡлап РФ Президенты В.В. Путинға тип яҙылған хатҡа бөтәһе 1061 йыйылған ҡултамға Өфө ҡалаһына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, тапшырылды. Беҙҙең ҡалала башҡорт телен яҡлап ҡултамға йыйыу өсөн әүҙем ҡатнашҡан Әлфиә Рәис ҡыҙы Дәүләтшинаға, Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәноваға, Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Мөхәмәтоваға һәм башҡаларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Шулай уҡ 3-сө БРГИ, 13-сө башланғыс мәктәбенә, Күмертау авиация колледжына, «Ҡыңғырау», «Ҡояшҡай», «Айгөл» балалар баҡсаларының ата-әсәләренә, тәрбиәселәренә һәм педагогтарға рәхмәтлемен. Башҡарылған эш һөҙөмтәле булһын!

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА,
Күмертау ҡала башҡорттары
ҡоролтайы рәйесе


Читайте нас: