Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
23 Ноября 2018, 10:59

РУХИ КӨС БЕРЛӘШТЕРӘ

Мин Көйөргәҙе районына күрше Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫтем. Сылтырап аҡҡан Юшатыр йылғаһы (уны халыҡ Ялан Юшатыры тип тә йөрөтә) буйындағы башҡорт ауылы ул.

Мин Көйөргәҙе районына күрше Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫтем. Сылтырап аҡҡан Юшатыр йылғаһы (уны халыҡ Ялан Юшатыры тип тә йөрөтә) буйындағы башҡорт ауылы ул.


Бына ошо йәнтөйәктә үҫеп, туғандарым һәм тиңдәштәрем менән төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Әлеге көндә бик күп ауылдаштарым Күмертауҙа, Көйөргәҙе районында йәшәй. Бындағы башҡорт телендәге урындағы милли матбуғат баҫмаһының да исеме «Юшатыр».

Юшатыр йылғаһы һәм «Юшатыр» гәзите. Икеһе лә бер үк исемле. Был исемдәрҙе ниндәйҙер магик көс берләштерә. Ул көстө мин Рухи көс тиер инем. Ҡәҙерле ауылдаштарым, беҙ ҙә, әйҙәгеҙ, «Юшатыр»ға яҙылайыҡ, уны алдырып уҡыйыҡ, ауылға ҡайтҡанда туғандарыбыҙға уҡырға ла алып ҡайтайыҡ. Аҡса юҡ, тип тормайыҡ. Арзаныраҡ хаҡҡа редакция аша ла яҙылырға була бит. Гәзит биттәрендә, йыш булмаһа ла, Аллабирҙе, Мәҡсүт ауылдарына ҡағылышлы материалдар ҙа донъя күреп тора. Бының өсөн гәзит хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Элек Ырымбур өлкәһе башҡорттары өсөн «Каруанһарай» тигән гәзит донъя күрә ине. Ул хәҙер сығыуҙан туҡтаны. Шуға күрә беҙгә әлеге көндә иң яҡын гәзит «Юшатыр». Сөнки уны уҡыусы Күмертау менән Көйөргәҙе районы башҡорттарын һәм беҙҙе, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе, Мәҡсүт ауылдары халҡын, тығыҙ туғанлыҡ ептәре бәйләй.
Читайте нас: