Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
23 Ноября 2018, 10:42

ТЕЛ КЕРЛӘНҺӘ, НИ ЭШЛӘРГӘ?

Әгәр тән керләнһә, уны таҙартырға йылға һыуы, мунсаһы бар. Туған телебеҙҙе таҙартыу өсөн фонд, грант кәрәк, тиҙәр. Фонд менән гранттың ғына файҙаһы тейерме икән?

Әгәр тән керләнһә, уны таҙартырға йылға һыуы, мунсаһы бар. Туған телебеҙҙе таҙартыу өсөн фонд, грант кәрәк, тиҙәр. Фонд менән гранттың ғына файҙаһы тейерме икән?


Көнө-төнө телевизор, компьютер кеҫә телефонынан теләһә ниндәй алама тапшырыуҙар алып барыла. Ошондай тапшырыуҙарҙы ҡарамаһындар, тыңламаһындар өсөн, балаларыбыҙ, иманлы, аҡыллы, уҡымышлы, тәүфиҡлы булып та, туған телендә һөйләшмәһәләр, был милләтебеҙҙең киләсәге юҡ тигәнде аңлата.

Халыҡ булараҡ та, донъя йөҙөндә йәшәүебеҙҙе лә бары тик тел билдәләй. Шуға күрә лә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән мөмкин тиклем үҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек. Был - беҙҙең бурысыбыҙ. Милли матбуғатты уҡып барған кеше мәғлүмәтле, мәҙәниәтле була. Йәш быуынды милли рухта, тәрбиәле, тәүфиҡлы итеп үҫтереү йәһәтенән Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһы өсөн башҡортса донъя күреүсе берҙән-бер гәзитебеҙ - «Юшатыр» ҙа баһалап бөткөһөҙ. Аңлаған кешегә. Кемдең ысын башҡортомо, түгелме икәнлеген «Юшатыр»ҙы яҙҙырамы, юҡмы икәненә ҡарап та белеп була.

Ҡайһы берәүҙәр рус теленә өҫтөнлөк бирә, балаларын өйҙәрендә лә рус телендә генә һөйләшергә өйрәтәләр. Йәнәһе, рус телен ныҡлы белмәһәң, БДИ тапшырыуы ҡыйын буласаҡ. Юҡ һүҙ был. Тел - белем асҡысы, аҡылдың баҫҡысы, тиҙәр. Кешелектең, шул иҫәптән халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған белеме һәм тәжрибәһе, донъя мәҙәниәте менән бары тик тел аша ғына танышып була. Ни ҡәҙәр күберәк телдәр белһәк, беҙ әлеге юлды шул хәтлем тиҙерәк таба аласаҡбыҙ. Башҡортса ғына һөйләшергә уйлаһаҡ, өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә тик башҡортса ғына һөйләшер кәрәк. Шулай эшләмәгәндә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ оҙаҡламай: «Миллион, миллион алых роз», - тип йырлап торасаҡ. Телебеҙгә кер төшмәһен тиһәк, тик башҡортса ғына һөйләшәйек, йәмәғәт.
Читайте нас: