Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
30 Ноября 2018, 12:05

БЕР ҠАЛАҠ ДЕГЕТ

Бер нисә аҙнанан Күмертауҙа ҙур ваҡиға - тантаналы рәүештә Боҙ һарайын асыу сараһы уҙасаҡ. Тик, бер ҡалаҡ дегет мискәләге бар балды боҙа, тигән шикелле, яңы мөһабәт бина исеменең бер дәүләт телендә генә яҙылыуы, ә уның эргәһендәге туҡталыш исеменең башҡортса яҙыуында тәүге һүҙҙең төшөрөп ҡалдырылыуы күптәрҙе аптыратты, аптырата. Был хаҡта интернеттағы «Юшатыр» гәзите төркөмөнә байтаҡ яҙыусылар булды, хатта берәүһе бина менән туҡталыштың хаталы яҙыуын фотоға ла төшөрөп һалған.

«Ледовый дворец» тип бер дәүләт телендә яҙылған яҙыу эргәһенә «Боҙ һарайы» тип икенсе дәүләт телендә һул яҡтан яҙырға урын табылманымы икән ни? Етерлек урын бар, шикелле. Беҙ шул хаҡта Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең архитектура бүлеге начальнигы Светлана Рәүеф ҡыҙы Герштан белештек. Ул быны, беренсенән, аҡса етмәү, икенсенән, мәҙәни һәм спорт биналарының исемдәре уларҙың ҡыйыҡтарына ғәҙәттә русса яҙылыуы хаҡында әйтте. Мин Өфөләге шундай биналарға иғтибар иткәнем бар, уларҙа ла бер телдә генә яҙылған, тине. Яңы спорт бинаһының исеме «Сапсан-Арена» тип аталып, алтаҡталарҙағы яҙыуҙар ике телдә буласаҡ, туҡталыштағы яҙыу ҙа дөрөҫ итеп яҙҙырылып, яңынан ҡуйыласаҡ, тип вәғәҙәләне.

Был хаҡта Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова нисек уйлай икән? Уның фекерен дә белештек. «Был факттар «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тупаҫ боҙоу булып тора. Беҙ, Күмертау ҡалаһының терминология комиссияһы ағзалары, яңыраҡ ҡына ҡалалағы алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын тикшереп сыҡтыҡ. Шунда был йәмәғәт транспорты туҡталышындағы хатаны ла күрҙек, ул һис шикһеҙ комиссия эше протоколына индереләсәк, һәм мин был Сапсан-Аренаға бәйле ике телдәге яҙыуҙарҙы дөрөҫ итеп яҙып элеү мәсьәләһе буйынса Күмертау ҡала Хакимиәте башлығы Борис Владимирович Беляевҡа махсус рәүештә инеп һөйләшәсәкмен, башҡорт ҡоролтайы уның үтәлешен үҙенең күҙәтеүенә аласаҡ», - тине.

Ә туҡталыштың башҡортса исеменә килгәндә, «Боҙ аренаһы туҡталышы» тип яҙыу башҡорт әҙәби теле нормаларына тап килә. Ғөмүмән, Күмертауҙа йәмәғәтселек транспорты туҡталыштары исемдәрен тултырып яҙыу кәрәк: «Мәжит Ғафури» түгел, «Мәжит Ғафури туҡталышы», «Пушкин» түгел, «Пушкин туҡталышы» һ.б.

Сапсан-Аренаны асыу тантанаһына тиклем чиновниктар әлеге хаталарҙы төҙәтерҙәр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: