Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
18 Января 2019, 12:06

КҮМЕРТАУҘАР ҘА ӨЙРӘНӘ

Күмертау ҡалаһында «Башҡорт телен өйрәнәм» («Учу башкирский язык) проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Күмертау ҡалаһында «Башҡорт телен өйрәнәм» («Учу башкирский язык) проекты тормошҡа ашырыла башланы.


Проекттың маҡсаты – Күмертауҙа төрлө милләт вәкилдәре өсөн башҡорт телендә аралашыу мөхите булдырыу, башҡорт телен еңел, аңлайышлы юлдар менән өйрәнеү.

Был проектты «Бәйләнештә» («В Контакте») социаль селтәрендә башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн төркөм асыу менән башлап ебәрҙек.

6 февралдән башҡорт телен еңел, аңлайышлы юлдар менән өйрәнергә теләүселәр өсөн бушлай 12 дәреслек курстар асыласаҡ. Әлеге ваҡытта курстарға яҙылыу бара. Дәрестәр һәр шаршамбы уҙғарыласаҡ. Уҡыуҙар бер сәғәт бара, башлана 17.30 сәғәттә. Уҙғарыу урыны: Күмертау ҡалаһы, Еңеүҙең 40 йыллығы урамы, 32, 3-сө китапхана филиалы.

Йыл дауамында халыҡ араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен, белемен пропагандалау һәм популярлаштырыу маҡсатында радио һәм телеведение тапшырыуҙарын әҙерләү, киң мәғлүмәт сараларында туған телдәр буйынса мәҡәләләр баҫтырыу, клубтар ойоштороу һәм төрлө саралар үткәреү планлаштырылған.
Читайте нас: