Яңыраҡ Күмертау ҡалаһының Аҡһаҡалдар ҡоро йыйылышы үтте. Унда ҡала тормошона һәм уның эшенә ҡағылышлы килеп тыуған актуаль проблемалар күтәреп сығылды.
Йыйылышҡа ҡала үҙәк китапханаһының милли әҙәбиәттәр бүлеге мөдире, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте янындағы терминология комиссияһы ағзаһы Гөлшат Уразбаева саҡырылған ине. Гөлшат Хөрмәт ҡыҙының сығышында төп тема булып яңы асылған һәм шулай уҡ быға тиклем эшләп килеүсе магазиндар, киоскылар, ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙар офистәрендәге алтаҡталарҙағы хаталар торҙо.
Дөрөҫөн әйткәндә, яңы асылған магазиндар ишек быялаһына «Мы открылись» тигән яҙыуҙы эләләр ҙә, вәссәләм! Яҙылған осраҡта ла, тик бер телдә генә - урыҫ телендә генә яҙып эләләр. Башҡортса яҙылған осраҡта ла хата өҫтөнә хата яһап, урыҫ теленән һүҙмә-һүҙ тәржемә яһап, яҙып эләләр. Бындай алтаҡталарҙы дөрөҫ итеп яҙыуҙа Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ла, Аҡһаҡалдар ҡоро ла һис бер ҡаршылыҡһыҙ ярҙам итер ине. Республикабыҙҙа ике тел дәүләт теле булғас, әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек һәм проблемалар тыуҙырмайыҡ.
Миҫал өсөн ҙур магазиндарҙан «Пятерочка»ны алайыҡ. Уның бинаһы янында велосипедтарҙы ҡуйыу урындары эшләнелгән, был ыңғай күренеш, әлбиттә. Ә бына уның «Велосипед туҡталышы» тигән яҙыуының башҡортса тәржемәһе уйланырға мәжбүр итә, күптәргә таныш булмаған был яҙыу күңелде ҡыра. «Велосипед ҡуйыу урыны» тигән яҙыу күптәргә аңлайышлы булыр һәм бәхәс тыуҙырмаҫ, русса «Место для велосипедов» тип яҙыу дөрөҫөрәк булыр ине. Сөнки «Место для парковки велосипедов» бик үк ҡолаҡҡа ятышлы түгел. Велосипед парковка урыны алып торорға машина түгел. Гөлшат Хөрмәт ҡыҙы аҡһаҡалдарға ошондай мәсьәләләргә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирҙе. «Ҡайҙа ниндәй яңғылыш яҙылған алтаҡта күрәһегеҙ, фотоға төшөрөгөҙ йә китапханаға килеп адресын әйтегеҙ», - тине.
Икенсе төп актуаль проблема булып башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса йәштәргә ярҙам итеү, аңлатыу эшен алып барыу. Беҙ үҙебеҙ барыбыҙ ҙа ауылда тыуып, саф башҡортса һөйләшеп үҫтек. Нисек кенә алһаҡ та, ҡала ҡала булып ҡала, ауыл түгел. Ҡалала башҡортса уҡыусы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең өҫтәлмә (факультатив) дәрес булып ҡына кереүе уларҙың туған телдәрен ныҡлы өйрәнеүенә аяҡ сала. Башҡа предметтарҙың рус телендә алып барылыуы ла башҡорт балаларының туған телен өйрәнеү даирәһен сикләй. Беҙ уҡығанда иһә ун йыл буйы рус теле һәм әҙәбиәте өҫтәлмә булып керҙе, ҡалған дәрестәр барыһы ла башҡортса алып барылды. Башҡорт мәктәптәрендә русса һөйләшеү юҡ ине. Уҡытыусылар барыһы ла башҡорттар, рус теле уҡытыусыһы ла башҡорт ине. Дәрес темаларының ҡайһы бер урындарын русса, башҡортса аралаштырып та аңлатып ебәрә ине.
Хәҙерге заманда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡа дәреслектәр тик рус телендә (ни өсөн дәреслектәр башҡорт телендә сығарылмай?). Ейәнсәрем 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый, ә дәреслектәре рус телендә, тимәк, уҡытыусы ошо дәреслеккә ҡарап үҙ предметы дәрестәрен урыҫ телендә алып барыуҙы уңайлы күрә.
Ҡалаға килгәс, айырыуса әрмелә хеҙмәт иткән саҡта русса аралашыу, һөйләшеү, тәүге осорҙа ҡыйынға тура килде, әммә был ваҡытлыса ғына булды, тиҙ өйрәндек.
«Баланы бишектән тәрбиәләгеҙ», - тигән борондан килгән мәҡәл бар. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ башҡортса һөйләшеп, туған телен белеп үҫһен, тиһәк, иң элек ғаиләлә баланың теле асыла башлағас та, әсә теле менән өндәшергә, һөйләшергә кәрәк. Руссаға бала өйрәнәсәк, балалар баҡсаһы, мәктәп, ҡала тормошо өйрәтәсәк.
Ауылға барһаҡ, ҡәйнешемдең балаларының саф башҡортса һөйләшеүҙәренә ҡыуанам, үҙемдең бала сағымды иҫкә төшөрәм. Минең балалар ҡаланың 6-сы һанлы мәктәбендә уҡыны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙнаһына ике дәрес өҫтәлмә булараҡ уҡытыла ине. Алты дәрес уҡығас, дүрт-биш башҡорт балаһы өҫтәлмә, йәғни етенсе дәрескә ҡалып уҡый. Дөрөҫөн әйткәндә, минең ҡыҙҙар теләр-теләмәҫ кенә ҡала ине. Сөнки бөтә балалар, уларҙың араһында башҡорт милләтенән булғандар ҙа урыҫ балалары менән бергә ҡайтып китә. Беҙ мәктәптә уҡығанда өҫтәлмә дәрескә ҡалыуҙы нисектер ҡыйырһытылыуға тиңләй, ауыр кисерә инек. Ул заманда дәрескә әҙерләнмәй килһәң, дәрестән һуң ҡалдыра торғайнылар. Ғәйеп үҙебеҙҙә булһа ла, бала саҡ бала саҡ бит инде. Өйҙә башҡортса һөйләшкәс, балаларым башҡортса аңлап, һөйләшеп үҫте. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә, туған телдәрендә бик үк һөйләшмәһәләр ҙә, башҡортса аңлайҙар. Беҙгә ғәйепте ситтән эҙләргә түгел, ә үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Ҡала поликлиникаһына барабыҙ, регистратурала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ултырһа ла, үҙебеҙ рус телендә һүҙ башлайбыҙ. Табипҡа инәбеҙ, шулай уҡ башҡорт икәнен белә, күрә тороп, урыҫ телендә өндәшәбеҙ. Магазинға инәбеҙ, кассала башҡорт ҡатын-ҡыҙы ултыра - шул уҡ күренеш. Урамда таныш кешене осратабыҙ, башҡорт икәнлеге йөҙөнә бәреп сыҡҡан булһа ла, уның менән урыҫ телендә хәбәр сурытабыҙ. Ирекһеҙҙән шағир Әнғәм Атнабаевтың түбәндәге шиғыр юлдары иҫкә килеп төшә:
Башҡорттан да, татарҙан да
Бындай аяныслы хәл булмаһын өсөн, ололарға йәш быуын вәкилдәре менән туған телдә йыш һәм даими рәүештә аралашырға кәрәк. Мәҫәлән, аҡһаҡалдарыбыҙ мәктәп балалары менән осрашыуҙар, шахмат, шашка буйынса ярыштар ойоштороп, уларҙы ҡәләм, ручка, дәфтәр, блокнот менән генә бүләкләһә лә, был уларҙың иҫтәрендә ғүмерлеккә ҡаласаҡ, шатлыҡ килтерәсәк, шул уҡ ваҡытта туған телдә аралашыу, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү сараһы булып та әүереләсәк, тип уйлайым.