18 майҙа «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Был көндө илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе үҙ теленә, тарихына, моңона битараф булмағандарҙың барыһы ла ҡулдарына ручка һәм ҡағыҙ алды. Диктант – телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙең, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙың мөһим бер сараһы булып тора. Башҡорт телендә диктант яҙыу 2015 йылдан ойошторола, әммә быйылдан алып ул халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла башланы.
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та был саранан ситтә ҡалманы. Ул интернет селтәрендәге битләүендә: «Миңә башҡорт теленән диктант яҙыу еңел бирелмәне. Әммә ойоштороусылар — афариндар, мөһим эш башҡара», - тип яҙып ҡуйған. Ә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов: «Диктант буйынса «дүртле» билдәһе алдым. Нимә өҫтөндә эшләргә һәм белем кимәлен күтәрергә кәрәклеге хаҡында хәҙер инде беләм. Яҡшы тәжрибә», - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә.
Райондың һәр ауылында тиерлек башҡорт теленән диктант яҙҙылар. Бында төрлө милләт вәкилдәре, төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. «Юшатыр» редакцияһына һәр төбәктән килгән мәғлүмәтте һәм фотоларҙы урынлаштырыр өсөн гәзит биттәре генә етмәй, ҡыҙғанысҡа. Был көндө район буйынса барлығы 498 кеше диктант яҙҙы.
Күмертау ҡалаһында ла был көндө бер нисә майҙансыҡ эшләне. Ҡалала 9 йәштән алып 80 йәшкә тиклемге 600 кеше диктант яҙҙы. Күптәр ғаиләләре менән килгәндәр ине. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телендә диктант яҙыуҙың координаторы булып торҙо. Диктант яҙыусыларҙың барыһына ла сертификаттар тапшырылды.