14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары менән осрашты. Унда шулай уҡ район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре лә ҡатнашты. Төп тема — башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү булды.
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова ла был сарала ҡатнашты. Ул үҙенең осрашыуҙан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште:
- Беҙҙе, район һәм ҡала ҡоролтайы рәйестәрен, стратегик сессияға 13 декабрҙә үк йыйҙылар. Сараның тәүге өлөшө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәте тезистарына арналды. Стратсессияла 300-ҙән ашыу аныҡ тәҡдим индерелде. Уларҙың иң яҡшылары буйынса артабан эш дауам итәсәк. «Донъяуи кафе» тигән алым ҡала-район ҡоролтайҙары етәкселәренең һәр береһенең фекерен ишетергә, уларға бер-береһе менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе. Икенсе көнөндә, 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнө уңайынан «Торатау» конгресс-холында беҙҙең өсөн дөйөм башҡорт теле дәресе үткәрелде. Сарала республика райондарының ҡоролтай комитеты ағзалары, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Белгестәр башҡорт телен уҡытыуҙа уңышҡа өлгәшкән райондар миҫалында, телде үҫтереү буйынса яңы маҡсаттар билдәләне.
Башҡорт теле дәресенән һуң беҙ Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осраштыҡ. Түңәрәк өҫтәл артында республиканың иң мөһим проблемалары хаҡында әңгәмәләштек. Бигерәк тә башҡорт теленә ҡағылышлы мәсьәләләр иң үҙәк тема булып торҙо. Радий Фәрит улы һәр һорауға ентекле яуап бирҙе. Республика Башлығы Күмертау ҡалаһында ололар өсөн ойошторолған «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты менән ҡыҙыҡһынды. Мин үҙебеҙҙең курстың эш башлап ебәреүе һәм уның артабанғы үҫеше, нисек һүҙлек төҙөп сығарыуыбыҙ хаҡында һөйләнем. Радий Фәрит улы был курсты дәүләт кимәленә күсереү мәсьәләһен контролгә алырға вәғәҙә итте. Шулай уҡ беҙ БСТ каналында сығыш яһарға ла, Башҡорт теле көнөнә арналған марафонда ҡатнашырға ла өлгөрҙөк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы итергә тәҡдим итте һәм Радий Фәрит улы был инициативаны хупланы. «Башҡорт теле аҙнаһы» эстафетаһын үткәреү, туған телдә мәктәпкәсә белем биреү, ҡала-ауыл театрҙарын үҫтереү, ойошманың эшенә йәштәрҙе йәлеп итеү, район-ҡала ҡоролтайҙары менән эшләү һәм уларға ярҙам итеү һорауҙары ла ҡаралды. Республика етәксеһе тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тәҡдим иткән Башҡорт ырыуҙары парадын үткәреү идеяһын да хупланы, төбәктә милли көрәште артабан үҫтереү кәрәклегенә лә баҫым яһаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ошондай ғәҙәти булмаған форматта үтеүе беҙҙең өсөн бик файҙалы булды. Район-ҡала ҡоролтайы рәйестәре бер-береһе менән яҡындан танышты, фекерҙәр алышты, үҙҙәренең проблемалары һәм уңыштары хаҡында әңгәмәләште, урындарҙа үткәрелгән саралар менән таныштырҙы. Һәр район-ҡала ҡоролтайы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаһын, бындай осрашыуҙар даими булып торһон ине, тигән теләктә ҡалам.