Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
4 Февраля 2020, 12:00

«Аһ-зарҙарҙы етәкселеккә еткереү мөһим»

Үткән кесаҙнала Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының XIII конференцияһы уҙҙы.

Үткән кесаҙнала Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының XIII конференцияһы уҙҙы. Ул Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Башҡорт теле йылы»н асыу һәм үткән 2019 йылдың эш һөҙөмтәләрен барлауға, 2020 йылға пландар ҡороуға арналды. Сарала 150 кеше ҡатнашты.
Конференцияға шулай уҡ ҡунаҡтар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев, ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Алексей Николаевич Докукин, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башкарма комитетының аппарат етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов килгәйне.
Иң тәүҙә отчет сығышы менән Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова сығыш яһаны. Ул үҙенең сығышында ҡалала башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Алексей Докукин ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов исеменән сәләмләне һәм ҡала ҡоролтайының башҡорт телен, мәҙәнитен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, яҡлау буйынса күп эштәр башҡарыуы хаҡында әйтте.
- Бөгөнгө конференцияға Искәндәр Юлдашевтың килеүе ҙур мәртәбә өҫтәне. Беҙҙең артабанғы эштәребеҙҙе башҡарыр өсөн ул ҙур ярҙам күрһәтер, тип ышанам. «Алға, Башҡортостан», - тип тамамланы ул һүҙен.
Артабан Ҡала мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Рима Арыҫланова, 10-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте Зөлфиә Шәрәфетдинова, Башҡорт йәштәре советы рәйесе, РПЛИ директоры Венер Сабанчин, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Дәүләтшина 2019 йылда башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте.
Әнисә Сәғит ҡыҙы сығышында
- Мәктәбебеҙҙә үткән уҡыу йылында бик яҡшы хореограф эшләгәйне, әммә Көйөргәҙе районы уға яҡшыраҡ шарттар һәм эш хаҡы тәҡдим итеп үҙенә йәлеп итте. Ошондай кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Күмертауҙа ла тырышһындар ине, ҡаланың мәҙәниәт бүлеге был юҫыҡта эш алып барһын ине, тигән теләктәмен. Шулай уҡ ҡала хакимиәте прогимназия ҡарамағындағы элекке «Азамат» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө булдырыуҙа ла ярҙам күрһәтһә, беҙ бик шат булыр инек. Был балалар баҡсаһынан башҡорт мәктәбенә 3-4 бала ғына уҡырға килә. Тырышып эшләгән тәрбиәселәрҙең эше юҡҡа сыға, - тигән бик урынлы теләктәрен белдерҙе.
Рөстәм Сәлим улы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән «Башҡорт теле йылы» программаһы менән таныштырып үтте. Ул үҙенең сығышында быйыл Күмертауҙа йәшәгән башҡорт балалары өсөн «Йәйләү» лагеры ойоштороуҙы ла тәҡдим итте.
- Күмертауҙа башҡорт телен уҡытыу эше түбән тәгәренеме, әллә күтәрелдеме? Бөгөнгө сығыштарҙа был турала бер һүҙҙә ишетмәнем. Башҡорт теле йылында был мәғлүмәт мотлаҡ яңғырарға тейеш, тип уйлайым, - тип тамамланы ул сығышын.
Искәндәр Хисмәтулла улы:
- Былтыр башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә эш алып барғайныҡ, быйыл күберәк иғтибарҙы район-ҡала ҡоролтайҙарына бүлмәксебеҙ. Күмертау ҡалаһы ҡоролтайының эшен күҙәтеп барам. Уларҙың башҡорт телен өйрәтеү буйынса курстар уҙғарыуы маҡтауға лайыҡ. Унда ҡалала йәшәүсе оло йәштәгеләр ҙә, кеселәр ҙә бушлай башҡорт телен өйрәнә ала. Бөгөн мин бында һеҙгә килдем һәм һеҙҙең проблемаларығыҙҙы, ҡайҙа нығыраҡ иғтибар бүлергә кәрәклеге хаҡында ишетергә теләйем. Ниндәй проблемаларығыҙ бар? Ҡурҡмағыҙ, әйтегеҙ, аҙаҡ барыбер интернетта яҙаһығыҙ бит. Бәлки, ниндәйҙер мәктәптә директорҙар башҡорт телен уҡытыуға ҡамасаулайҙыр? - тине һәм залға ҡараш ташлап, арыу уҡ ҡына көтөп торҙо, әммә берәү ҙә бер нәмә лә өндәшмәне. Тик хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы ғына:
- Башҡорт телен уҡытыуҙа ҡамасаулаусы директорҙар бар ул, тик уҡытыусылар әйтмәйҙәр, эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡалар. Мин хаҡлы ялдамын, ҡурҡмай әйтә алам, - тип белдерҙе.
Шулай ҙа ҡайһы мәктәптә, ниндәй директор ҡамасаулағаны барыбер асыҡланманы.
- Күмертау башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ әле, - тине Искәндәр Юлдашев һәм ҡул күтәреүсе 7 кешене иҫәпләгәс: «Ҡоролтайҙа барлығы нисә ағза һуң?» - тигән киләһе һорауын яуҙырҙы. «Егерме», - тигән яуапҡа: «Яртыһы ла килмәгән икән», - тигән фекерен белдерҙе.
Ошо ваҡытта ғына, ниһәйәт, залдан берәү һорауын бирергә булды:
- Бөгөнгө йыйылыш уҡытыусылар конференцияһына оҡшап ҡалды. Ни өсөн ҡала хакимиәтендә башҡорттар аҙ, беҙ берәй вазифаға үҙебеҙҙең кандидатураны тәҡдим итә алабыҙмы? - тине ул.
- Керетә алаһығыҙ, тик барыбер вазифалы урынға власть үҙе тәғәйенләйәсәк. Хәҙер, совет заманындағы кеүек, милләткә ҡарап бүлеп ултыртыу бөттө, - тип яуапланы уға Искәндәр Хисмәтулла улы.
Конференция Күмертау ҡалаһында йәшәүсе иң әүҙемдәрҙе Рәхмәт хаттары һәм Грамоталар менән бүләкләү тантанаһы һәм резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының XIII конференцияһы тамамланыу менән беҙгә шылтыратып, йә яҙып, үҙҙәренең фекерҙәрен белдереүселәр күп булды. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Рөстәм БАЯНОВ, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының аппарат етәксеһе:
- Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының эшендә ҡатнашыуыма бик шатмын. Ултырышта Башҡорт теле йылы уңайынан беҙҙең алда торған маҡсаттар һәм бурыстар тураһында һөйләнем. Ҡалала йәшәгән һәр кем быйыл Башҡорт теле йылы икәнлеген тойорға тейеш. Бында ҡоролтай, мәғариф, мәҙәниәт, мәғлүмәт-аналитика бүлектәре бар эште бергә алып барырға бурыслы.
Ғөмүмән алғанда, Күмертауҙа ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ойошмаһы эшләп килә, «Исҡужин уҡыуҙары» ла йолаға әүерелеп китте. Башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре проекты ла республикала тәү башлап һеҙҙә үткәрелә башланы. Әммә бындай саралар үткәреп кенә барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай. Был юлы ла үҙ-ара һөйләшеү генә булды, күберәге һыу ҡойолдо, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Һәр кем сығып үҙ коллективын маҡтауҙан ары уҙа алманы. Бындай осрашыуҙарҙа аһ-зарҙарҙы етәкселеккә еткереү мөһим. Бер ағай дөрөҫ әйтте, йыйылыш башҡорт теле уҡытыусыларының йыйылышы һымаҡ ҡына үтте. Аҙаҡҡы өс йылда Күмертауҙа башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу проценты кәмеүе хафаға һала. Был турала йыйылышта ниңәлер әйтмәнеләр. Әле ошо хаҡта беҙ ҡала хаҡимиәте башлығы исеменә хат әҙерләйбеҙ, тиҙ арала ебәрәсәкбеҙ. Ҡала хакимиәтендә ике телде аңлаған, ике телдә һөйләшә белгән кадрҙар булмау мәсьәләһе барлығы ла борсолоу тыуҙыра. Етмәһә ҡала хакимиәте башлығы үҙе лә йыйылышта булманы.

Хәмит КЕЙЕКБАЕВ, Күмертау ҡалаһы:
- Был конференцияла яңғыраған сығыштарҙа ҡалала башҡорт халҡы өсөн күп нәмәләр башҡарылғаны хаҡында белдек. Афариндар, эшләйҙәр, тырышалар. Тырышып эшләүселәргә Рәхмәт хаттары, Грамоталар тапшырылды. Әүҙемдәрҙе һәр ваҡыт шулай баһалап тороу ҙа бик кәрәк нәмә. Тик ниңәлер, берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан, ҡала тормошон, барлыҡ сараларҙы иң тәүгеләрҙән булып объектив яҡтыртып торған, яратҡан гәзитем «Юшатыр» тураһында бер ауыҙ һүҙ ҙә булманы. Шуныһы аптырауға һалды. Башҡорт теле, башҡорт халҡына ҡағылышлы проблемаларҙы күбеһенсә нәҡ ошо гәзит яҡтырта түгелме ни? Шулай уҡ сығыш яһаусылар ҡалала булған проблемалар хаҡында ла әйтеп үтһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә. Тәнҡит һүҙе етеңкерәмәне.
Зарема ҒАБДУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы:
- А.Н. Докукин үҙенең сәләмләү һүҙендә Күмертау башҡорттары ҡоролтайының ҡаланың йәмғиәт тормошона ҙур өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ә.Ф. Шәмиғолова докладында үткән йылға эш һөҙөмтәләре, шулай уҡ V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре асыҡ күренде. Шулар араһында башҡорт телен төрлө яҡлап өйрәнеүгә булышлыҡ итеү, милли мәғариф сифатын күтәреү, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы тергеҙеү, сәләмәт тормош алып барыу һәм башҡаларға айырым урын бирелгәйне. Милли-мәҙәни инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән, үҫеп килгән йәш быуынға этно-мәҙәни тәрбиә биреүҙе тормошҡа ашырыу буйынса бихисап саралар уҙғарылды. И. Юлдашев үҙ сығышында Күмертау башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәле һәм уңышлы эшләүен, республикабыҙҙа киң резонанс тыуҙырған «Башҡорт телен өйрәнәм» проектын билдәләп китте. Ҡоролтай эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип танылды. Тауыш биреүҙән һуң, ҡоролтайҙың резолюцияһы ҡабул ителде. 2020 йылға пландар түбәндәгесә: башҡорт телен, милли традицияларын һәм йолаларын һаҡлау буйынса ҡала ойошмалары һәм учреждениелары менән берлектәге эште дауам итергә, мәғлүмәти табло һәм алтаҡталарҙа дөрөҫ яҙыу эштәрен камиллаштырып «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» дәүләт закондарын тормошҡа ашырыу эштәрен әүҙемләштереү, асоциаль күренештәр булған наркомания, алкоголизм һәм тартыуға ҡаршы көрәш алып барыу, башҡорт халҡының күренекле йәмәғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, яҙыусы, ғалимдарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу.
Читайте нас: