Все новости

«Һаман актуаль булып ҡала...»

25 йыл элек I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Күмертауҙан һәм Көйөргәҙенән дә делегаттар ҡатнашты.#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир

Тәлғәт Ғиндулла улы ШАҺМАНОВ, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Күмертау ҡалаһынан делегат:
- I Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса программа ҡабул итеү тураһында һүҙ барҙы. Һуңыраҡ бында әйтелгән программа ҡабул ителде ителеүен, әммә ул ғәмәлгә генә ашманы, онотолдо. Башҡорт теленә дәүләт статусы биреү тураһында ла унда әйтелгәйне. 4-5 йыл үткәс, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында закон ҡабул ителде. Ул да, ҡыҙғанысҡа, бөгөнгә саҡлы өлөшләтә генә тормошҡа ашырыла, сөнки күп кенә мәктәп директорҙары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙан баш тарта һәм уҡытыу планына индермәй. Ә бит закон үтәр өсөн сығарыла. Был Башҡортостан Республикаһының закондарының береһен боҙоу түгелме ни? Шулай уҡ тәүге ҡоролтайҙа миграция тураһында һөйләшеү булды. Әммә 25 йыл эсендә был өлкәлә лә алға китеш күҙәтелмәне, халыҡ Башҡортостанға ҡайтманы, ә, киреһенсә, күпләп ситкә китте.
Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереүгә килгәндә, Башҡортостанда, киреһенсә, бик күп негатив күренештәр күҙәтелде. Шулай уҡ колхоз-совхоздар бөтөрөлдө. Шулай итеп, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күҙалланған мәсьәләләр әле һаман да актуаль булып ҡала.
Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 44-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: