Все новости

«Һаман актуаль булып ҡала...»

Беҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу эшен дауам итәсәкбеҙ.#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир

Спартак Хәйҙәр улы ХӨСӘЙЕНОВ, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Көйөргәҙе районынан делегат:
- 25 йыл да ваҡыт үтеп киткән икән. Ул көндәр бөгөнгөләй хәтерҙә. Хатта, бөтә донъямды, ғаиләмде онотоп тигәндәй, дәртләнеп йөрөнөм шул замандарҙа. Кеше шулай йорт, мал, баҡса, тип кенә төңөлөп йәшәмәһен ине, һәр саҡ халыҡ өсөн ниндәйҙер идеялар менән янып йәшәргә тейештер, минеңсә.
Көйөргәҙе районына килгәндә, беҙҙең район ҡоролтайы иң һуңғыларҙан булып ҡына төҙөлдө. Уны төҙөү эшендә лә беҙ мәрхүм Альберт Юлдыбаев менән бергә йөрөнөк. Бөгөнгө район ҡоролтайының эше бер ҙә генә күренмәй. Улар күбеһенсә өҫтән ҡушҡанды ғына үтәп ултыралар тиһәм дә хата булмаҫ моғайын. Әгәр һин халҡың, туған телең өсөн ниндәй булһа ла көс һалмайһың икән, тимәк һин бер нәмә лә эшләмәйһең тигән һүҙ ул. Ҡасандыр Альберт ағай тергеҙеп ебәргән башҡортобоҙҙоң милли музыкаль инструменты — ҡурай ҙа бөтә башланы. Альберт Юлдыбаев башлаған эште дауам итеүсе юҡ, ҡыҙғанысҡа. Ҡурай бөтә... Шулай ҙа беҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу эшен дауам итәсәкбеҙ. Өмөтөбөҙ өҙөлмәне әле. Әсә телен онотмаҫ өсөн һәр кем үҙ ғаиләһендә эшләргә, башҡортса һөйләшергә тейеш. Шул саҡта ғына телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ онотолмаҫ, мәңге йәшәр. Мин быға ныҡ ышанам.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 44-се һанында.
Читайте нас: