Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2020, 14:40

"Иртәгә һуң буласаҡ"

Әсәм теле миңә - сәсән теле,Унан башҡа минең халҡым юҡ,Йөрәгендә халҡы булмағандыңКеше булырға ла хаҡы юҡ!Р.Ғәрипов

...Беҙ әлеге көндә ҡайғыбыҙҙы, шатлығыбыҙҙы ла уртаҡлашырға “Юшатыр” гәзитенә йүгерәбеҙ, башҡорт телен яҡлаусы, һаҡлаусы ла ул, ләкин тиражы 1 мең дана ғына. Был Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы өсөн бик аҙ. Йөрәге халҡым, телен тип янған һәр бер башҡорт-татар кешеһе “Юшатыр” гәзитен алдырырға тейеш тип уйлайым.
Башҡорт теле дәүләт теле статусына эйә бит, шулай булғас беҙгә уның ҡулланыу дәрәжәһен арттырырға кәрәк. Дин әһелдәре, ағинәйҙәр ойошмалары, уҡытыусылар менән бергәләп тәрбиә эшенә ныҡлап тотонмаһаҡ - юҡҡа сығасаҡбыҙ, әлегә һуң түгел...

Ғайнан АЛЛАБИРҘИН
Ермолаево ауылы
Тулы материал 99-сы һанда сыҡты.
Читайте нас