Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабрь 2020, 15:00

Онотмау мөһим

Беҙ, Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йортонда, башҡорт теле йылына, көнөнә арнап матур саралар уҙғарҙыҡ.

Беҙ, Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йортонда, башҡорт теле йылына, көнөнә арнап матур саралар уҙғарҙыҡ. Сарала башкорт халыҡ бейеүҙәре, халкыбыҙҙың мәҡәлдәре, әйтемдәре, йомаҡтары, уйындары булды. Байрамыбыҙ бик матур ғына килеп сыкты. Мәктәп балалары менән һүҙҙәрҙе синомнимдар, һүрәттәр аша таныу уйынын үткәрҙек, уйын формаһында уҙғарылғас балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Телмәребеҙҙе башҡорт телендәге һүҙҙәр менән байытыр өсөн, башҡорт әҙәбиәтен уҡыу мөһим икәнен аңлаттыҡ.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 100-сө һанында.
Читайте нас