Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабрь 2020, 12:10

Теле барҙың – иле бар

Тыуған илгә һөйөү - әсә теленә булған һөйөүҙән башлана. Ә туған тел һағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тора. Улар әсә теленә һөйөү аша балаларҙа үҙ теленә, милләтенә, халҡына һөйөү, халҡыбыҙҙың сикһеҙ бай ижадына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм данлы тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй.#башҡортТелеКөнө #деньБашкирскогоЯзыка #Башкортостан #газетаЮшатыр

Яңы Мораптал ауылының Баязит Бикбай исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сынбулатова Ғәлимә Наил ҡыҙы һәм Мөлөкова Гөлзиә Фатих ҡыҙы уҡыусыларын туған телгә һөйөү аша ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың һәм тыуған республикабыҙҙың ысын илһөйәре итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирәләр. Туған телен белмәгән баланы халҡының үткән тарихы ла, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ҡыҙыҡһындырмаҫҡа мөмкин. Шуға ла уҡытыусылар туған телгә ҡарата һөйөү уятыу өсөн күп көс һала. Мәктәп уҡыусылары башҡорт теле буйынса район, республика кимәлендәге конкурстарҙа, конференцияларҙа уңышлы сығыш яһайҙар, олимпиадаларҙа еңеү яулайҙар.
Үҙ хеҙмәтенә тоғро уҡытыусылар сираттағы башҡорт теле аҙналығында файҙалы ла, мауыҡтырғыс та саралар үткәрҙе. Үткән аҙнала, 14 декабрь – Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған “Теле барҙың – иле бар ” тип исемләнгән конференция, билдәле сәбәптәр арҡаһында, онлайн форматта үтте.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 100-сө һанында сыҡты.
#башҡортТелеКөнө #деньБашкирскогоЯзыка #Башкортостан #газетаЮшатыр
Читайте нас