Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
27 Января 2021, 12:30

Емешле эштәр башҡарыла

Үткән йыл, республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип билдәләнгәйне, был осраҡта 10-сы мәктәп тә бик емешле эшләгән.

Йыл башында үҙ эшмәкәрлегеңә йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар төҙөү йолаға әүерелгән тиһәк тә хата булмаҫ. Ҡаланың 10-сы һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зөлфиә Шәрәфүтдинова менән Лилиә Батыршина ла тап шулай эшләй.
Үткән йыл, республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип билдәләнгәйне, был осраҡта 10-сы мәктәп тә бик емешле эшләгән. Уҡыусылар һәм ата-әсәләре араһында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса “Модный башҡорт теле” проекты ла бик уңышлы алып барылған был белем усағында. Шулай уҡ, мәктәп директоры Әлфиә Крепина тырышлығында барлыҡҡа килгән “Башҡорт телен сифатлы уҡытыу менән тьәмин итеү буйынса төбәк-ара уҡыу йорттары менән бәйләнеш модуле” тигән республика инновацион майҙансығы ла әүҙем эшләп килә. Был инновацион эшмәкәрлеккә Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылы мәктәбе (директоры Сания Кузбаева) ҡушылыуы ла мәртәбә булды. Йыл буйына, улар менән дистанцион форматта төрлө ҡыҙыҡлы саралар, кәңәшмәләр йыш үткәрелеп торҙо. “Аллабирҙе-Күмертау” дуҫлыҡ телекүпере лә төҙөлгән.
Тулы материал 8-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: