Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
19 Февраля 2021, 18:52

Тағы ла нығыраҡ яратабыҙ

Күмертау үҙәк китапханаһы грант отҡайны (был турала яҙҙыҡ), Библионяня тип атала. 473 502 һум был проект хаҡы. Библионяня, проект, грант - нисек аңларға? Был проект ярҙамында балаларға мультимедиалы фильмдар күрһәтеләсәк (Тере әкиәттәр), әкиәттәр тереләй ҙә уҡыласаҡ, төрлө уйындар уйнаясаҡтар. шулай итеп, башҡорт телен үҫтереүгә булышлыҡ ителәсәк.

Бөгөн был Библионяны рәсми асыу тантанаһы булды. Махсус яңы студияны күрһәттеләр. Ҡунаҡҡа килгән, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашҡан Айгөл балалар баҡсаһы, 13 прогимназия балалары күҙҙәре шарҙай булды: былай булғас, башҡорт телен тағы ла нығыраҡ яратабыҙ.
Читайте нас: