Өфөнөң Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафераһы етәксеһе доцент, филология фәндәре кандидаты Эльвира Фидаиль ҡыҙы Рәхимова һәм Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбе ЗОММ платформаһында башҡорт теле уҡытыусылары өсөн нетворкинг сессия ойошторҙо.
Сарала Өфө, Күмертау, Мәскәү, Сорғот ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар,Һарытау өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары башҡорт телен уҡытыуҙа заманса технологиялар ҡулланыу, туған телгә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу юлдары хаҡында фекер алышты.
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбе Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбе менән дуҫлыҡ ептәре нығына.
Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Фәизрахман ҡыҙы Шарафутдинова уҡыусыларының эштәре менән таныштырҙы.
Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Нәҙир ҡыҙы Кузбаева сессияла кластан тыш эштәрҙең туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге урыны хаҡында һөйләне.
Ғөмүмән Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе күрше Көйөргәҙе районына рәхмәтле. Туған телдән дәреслектәрһеҙ нисә йылдар интектек.Үҙем ошо мәктәптә белем алған йылдарҙа беҙҙең класта 19 уҡыусыға бер бөртөк дәреслек ине. Уҡытыусыбыҙ мәрхүм Мансур Ғәзиз улы Ураҡсин бер уҡыусыны таҡтаға сығарып күнегеүҙе яҙҙыра, ҡалғандарыбыҙ таҡтанан күсерә...
Бөгөн хаҡлы ялда булған Тарземанова Гөлнур Гизитдин ҡыҙы методистары менән бергә башҡорт теле һәм әҙәбиәте китаптарын мәктәбебеҙгә бүләк итте.
Быйыл август айында, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле уҡытылған мәктәптәрҙе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министырлығы Милли мәғариф идаралығы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк –ара хеҙмәттәшлек булдырыу бүлегенең әйҙәүсе белгес – эксперты Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Илгиз Әхтәм улы Салихов, Ҡоролтайҙан Гөлназ Ғаяр ҡыҙы Һөйәрғоловалар уҡыу әсбәптәре менән тьәмин иттеләр.
Малик Миңлебулат улы Ильясов етәкләгән «Юшатыр» гәзите хеҙмәтҡәрҙәренә лә рәхмәтлебеҙ. Мәҡәләләребеҙҙе туған телебеҙҙә ошо гәзит биттәрендә баҫтырып торалар, үҙҙәре лә мәктәпкә килеп уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлап китәләр.
Нетворкинг сессия ойошҡан рәүештә уҙҙы, эш тәжриәбәһе менән уртаҡлашыу, йәнле һөйләшеү барыһының да күңеленә хуш килде.
Артабан да дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен, уңыштар һеҙгә, илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр!
Аллабирҙеләр диктант яҙа.
Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф, мәҙәниәт министырлыҡтары, Башҡортостан халыҡтары ассамблияһы советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторған башҡорт теленән диктантта Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбенең уҡытыусылары һәм 5 -11синыф уҡыусылары ла ҡатнашты.
Халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыған яҙыусы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса әҙерләнгән тексты яҙыу онлайн рәүештә ойошторолдо.
Башҡорт теленән уҙғарылған Халыҡ – ара диктантта аллабирҙеләр йыл һайын әүзем ҡатнаша. Быйылғыһы 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторолдо.
Сания Кузбаева Ырымбур өлкәһе башҡорттары ассоцияцияһы етәксеһе, ветеран – уҡытыусы,Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы