Все новости
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраля 2021, 11:47

Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн

Хөрмәтле Әнүзә Салауат ҡыҙы! Һеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балаларҙы Әлифбаны уңышлы тамамлауы менән ҡотлайбыҙ! Туған телде һәм башҡа бик күп китаптар уҡып,атай-әсәйҙрегеҙҙе яратырға,өлкәндәрҙе хөрмәтләргә,иптәштәрең менән аралашҡанда итәғәтле,тәртипле булырға өйрәнерһегеҙ.Киләсәктә лә шулай тырышып,белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүегеҙҙе теләйбеҙ!Уңыштар һеҙгә! -тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.Буласаҡ беренсе класҡа уҡырға килеүселәр иғтибарына!Прогимназиябыҙҙа 2 марттан, сәғәт киске 6-ла йәнә мәктәпкәсә әҙерлек курстары башланасаҡ. Курстарға яҙылыу өсөн мәктәп хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

"Йыр күтәрә күңелде,
Барыһы шат,көләс бөгөн.
Беҙҙең "Әлифба" байрамы!
Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн",-тип шатланалар беренселәр.
Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының 1-се кластарында, һәммәһе лә көтөп алған, байрамдары уҙҙы.
Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр. Эйе,хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү кемгәлер еңел бирелһә, кемдер ауырыраҡ үҙләштерә. Әммә балалар тәүге уҡытыусылары - Әнүзә Салауат ҡыҙы Йәмилева оҫталығы һәм тырышлығы,ата-әсәләренең ҙур ярҙамы менән барыһына ла өйрәнделәр. "Тырышҡан табыр,ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр"- тиҙәр. Бөгөн класта барлыҡ балалар ҙа уҡый беләләр,яҙа-иҫәпләйҙәр."Уҡый-яҙа белгән кешенең күңеле лә бай була",- тип уҡытыусылары һәр саҡ уҡыусыларын дәртләндереп тә тора,бик күп сараларға әҙерләп, балаларҙың бер-береһе менән аралашыуына ҙур иғтибар бирә,бер бөтөн коллектив формалашыуы буйынса бихисап эштәр алып бара.
Бөгөн мәктәптә өйрәнгән һөнәрҙәре менән ҡыуандырҙылар ҙа үҫкәндәребеҙ: бик күп тасуири итеп шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр, уйнанылар...
Хәҙер балалар ысын мәғәнәһендә уҡыусылар булдылар!
Хөрмәтле Әнүзә Салауат ҡыҙы! Һеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балаларҙы Әлифбаны уңышлы тамамлауы менән ҡотлайбыҙ! Туған телде һәм башҡа бик күп китаптар уҡып,атай-әсәйҙрегеҙҙе яратырға,өлкәндәрҙе хөрмәтләргә,иптәштәрең менән аралашҡанда итәғәтле,тәртипле булырға өйрәнерһегеҙ.
Киләсәктә лә шулай тырышып,белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүегеҙҙе теләйбеҙ! Уңыштар һеҙгә! -тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ата-әсәләр исеменән Гөлнара Дәүләтова
Читайте нас: