Все новости

ЭЙ, БАЛА САҠ, БАЛА САҠ

4 мартта “Ете таж” балалар өсөн әҙәби үҫеш үҙәге» модель балалар китапханаһында башҡорт шағиры һәм балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Эй, бала саҡ, бала саҡ, иң сәскәле, нурлы саҡ…” Ҡала онлайн- конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте.

Бер ай дауамында барған бәйгелә балалар баҡсалары, 1-се, 5-се, 6-сы, 10-сы мәктәптәр, РПЛИ ҡатнашты. Бигерәк тә 3-сө БРГИ һәм М. Исҡужин исемендәге Прогимназия ҙур әүҙемлек күрһәтте. Учалы районынан да ҡатнашыусылар булыуы ҡыуандырҙы.
45 конкурсант араһынан 13 еңеүсе һайлап алынды, уларға тантаналы рәүештә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Беҙ онлайн - конкурста ҡатнашҡан бөтә балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!!!

I дәрәжә дипломына лайыҡ булдылар:
Ғайсина Әдилә, «Торнаҡай» балалар баҡсаһы, 4 йәш
Исламғолова Азалия, МБОУ СОШ №1"Гармония", 2Б класы
Байғөбәков Фәдис, М.Исҡужин ис. Прогимназия, 3А класы
Хөсәйенов Азат, МБОУ СОШ №5, 4А класы

II дәрәжә дипломына лайыҡ булдылар:
Йосопова Диләрә, «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы, 5 йәш
Аҡбулатова Гөлиә, М.Исҡужин ис. Прогимназия, 3А класы
Байбулатова Наҙгөл, БРГИ №3, 7В класы
Искәндәрова Руфина, БРГИ №3, 7Б класы

III дәрәжә дипломына лайыҡ булдылар:
Ғабдуллин Ильяс, «Айгөл» балалар баҡсаһы, 5 йәш
Шәйәхмәтова Йәсминә, «Торнаҡай» балалар баҡсаһы, 5 йәш
Галин Илмир, Учалы районы, Сәфәр ауылы, 1класс
Хәкимова Камила, М. Искужин ис. Прогимназия, 1Б класы
Кинйәбаев Аскар, М. Исҡужин ис. Прогимназия, 4Б класы
Читайте нас: