Әсәм теле - сәсән теле
24 Апреля 2021, 14:03

Башҡортса диктант яҙҙыҡ

24 апрель беҙҙең ҡалала башҡорт теленән Халыҡ – ара диктант етенсе тапҡыр үткәрелә.

24 апрель беҙҙең ҡалала башҡорт теленән Халыҡ – ара диктант етенсе тапҡыр үткәрелә.
Беҙҙең ҡалала диктанттың төп ойоштороусылары - ҡаланың Уҙәк китапханаһы һәм ҡала ҡоролтайының башҡарма комитеты.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Күмертау ҡалаһында ете китапхананың площдкаларында башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн һәм башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн диктант ойошторолдо.
Диктант яҙыуҙа туған теленә битараф булмаған күмертаусылар бик әүҙем ҡатнашты
Сара аҙағында башҡорт теленән диктант яҙыусыларға “Башҡорт теленән Халыҡ – ара диктант” халыҡ – ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуын раҫлаусы сертификаттар тапшырылды.
Əлфиә Шамиғолова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас