Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә лә Халыҡ - ара диктантта халыҡ әүҙем ҡатнашты. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәилә Нәзир ҡызы Күзбаева 1 класс уҡыусыларына тексты күсерергә бирҙе, 2-8 синыфтар өсөн тексты үҙе уҡыны. Диктант яҙыу өс төркөмдә барҙы. 9-11 кластар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар Эльвира Айытҡолова уҡыған тексты яҙҙы. Ата- әсәләр БСТ нан тыңланы. Аллабирҙенең 55 телһөйәре туған телендә рәхәтләнеп эш башҡарзы. Бик матур сара, дикторға һәм, әлбиттә, байрам ойошторған Аллабирҙе мәктәбенә рәхмәтлебеҙ
Сания Күзбаева уҡытыусы - ветеран, Ырымбур өлкәһе Аллабирҫе ауылы