Бөгөн Салауат ҡалаһында Республика ата-әсәләр форумын үткәреү сиктәрендә туған телдәрҙе уҡытыу проблемалары буйынса зональ кәңәшмә үтә. Кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Миәкә райондарында, һәм Күмертау, Салауат ҡалалаларында башҡорт телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу торошона баһа бирелде. Район мәктәптәрендә туған телде уҡытыу проблемаларын хәл итеү юлдары ҡаралды. Кәңәшмәлә Салауат, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка райондарының ата-әсәләр комитеттарының рәйестәре башҡорт телен уҡытыу нескәлектәре тураһында һөйләне. «2019 йылда Рәсәй кимәлендә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырылды. Федераль законға таянып һәр граждандың да туған тел дәрестәрен алыу хоҡуғы бар. Был хоҡуҡты бойомға ашырыу йәһәтендә беҙ күрше төбәктәр менән эшләйбеҙ, ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был законға таянып, башҡорт ғаиләләре күпләп йәшәгән һәр төбәктә лә башҡорт төркөмдәрен һәм класстарын ойошторорға була. Ата-әсәләр яғынан да әүҙемлек кәрәк. Әгәр беҙ бөгөн туған тел тип башҡа телде һайлайбыҙ икән, беҙҙең телебеҙҙең, уҡыусыларыбыҙҙың һәм уҡытыусыларҙың яҙмышы билдәһеҙ. Телебеҙҙе яҡлау — был тулыһынса үҙебеҙҙән торған, беҙҙең яуаплылыҡта булған эш. Беҙҙән башҡа башҡорт телен туған тел итеп бер кем дә һайламаясаҡ», — тип башҡорт ата-әсәләренә өндәште Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығышында Форсайт-сессия сиктәрендә Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыу хоҡуғын файҙаланыуҙа мәғариф учреждениялары һәм ата-әсәләр араһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.