Әсәм теле - сәсән теле
30 Апреля 2021, 05:15

"Батыр"ҙа башҡорт ҡайҙа?

Ермолайҙағы «Батыр» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө ябылған икән. Мең бәлә менән асылған төркөм дә ул. Беҙҙең ҡоролтай ҡайҙа ҡарай, Сорғот, Ырымурға барып, башҡорт телен тикшереп йөрөгәнсе, үҙебеҙҙәге хәлдәрҙе күрһендәр ине тәүҙә. Исемемде әйтмәйем, былай ҙа ташланырға әҙер торалар.

Савинкова Ольга Николаевна, Ермолаевоның "Батыр" балалар баҡсаһы мөдире:
- Башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәсе декрет ялына китеү сәбәпле, был төркөмдә эшләр кеше булманы. Шуға бындағы балаларҙы (улар 12) башҡа төркөмдәргә күсереп торҙоҡ. Ябылды тигән һүҙ дөрөҫкә тап килмәй, әле тәрбиәсе табылды, сентярбҙән төркөм эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас