Əҙерлəп алып килгəн етəкселəргə лə, ҡоролтайҙың маҡтау номинациялары бирелде: "Өмөтлө килəсəк" - Ермолаеваның 1-се мəктəбе етəкселəренə, "Əүҙемлек " - Аҡһары мəктəбенең директоры Искəндəрова Рида Ибатовнаға һəм уҡытыусы Мырҙағолова Гөлдəр Нурулла ҡыҙына, шулай уҡ "Быуындар бəйлəнеше" Зəйнуллина Рəйлə Ноғоман ҡыҙына. Бүлəкһеҙ, буш ҡулһыҙ, берəү ҙə ҡайтып китмəне. Гран-при алған Мөхəмəтшин Русланға, артабан Республикала үткəрелəсəк сараға əҙерлəнеү талабы ҡуйылды.