Бәйләнеү

Күмертау ҡалаһы башҡорттары, ҡаланың мәғариф идаралығы менән берлектә үткәрелгән сара ул, ҙур, мөһим сара - башҡорт ата-әсәләре конференцияһы. Кисә әйттеләр, бөгөн, бына, бара. Делегаттар күп кенә. Һәр мәктәптән: һин башҡорт бит, бар, тип, һайлап ебәргәндәр.- Һуң, балаң башҡортса белмәй ҙә инде, унда, нисек итеп, башҡорт телен үҫтерәм тип китеп бараһың?- бер әсә менән шулай һөйләшеү булды.

Күмертау ҡалаһы башҡорттары, ҡаланың мәғариф идаралығы менән берлектә үткәрелгән сара ул, ҙур, мөһим сара - башҡорт ата-әсәләре конференцияһы. Кисә әйттеләр, бөгөн, бына, бара. Делегаттар күп кенә. Һәр мәктәптән: һин башҡорт бит, бар, тип, һайлап ебәргәндәр.
- Һуң, балаң башҡортса белмәй ҙә инде, унда, нисек итеп, башҡорт телен үҫтерәм тип китеп бараһың?- бер әсә менән шулай һөйләшеү булды.
- Рус мәктәбендә уҡый, нимә эшләтәйем мин уны, былай ҙа, башҡортса йырлатып, шиғыр һөйләтергә тырышам. Бөтә донъя шулай, ниңә миңә бәйләнәһең?
Бәйләнергә уй юҡ, аптырағандан һорау ине. Глобализация... Уға ҡаршы торорға тырышыу кәрәкме, хәҙер ауылда ла хатта башҡортсаны онотоп баралар - был әсәнең тел төбө шуға төртөлә ине. Бер мин генә, балам телде белеп үҫһен тип тырмашыуҙан ни файҙа, башҡаларға ҡара. Шулай шул, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, беребеҙ йөктө тартмай икән, бер кеше генә уны һөйрәү менән фәтеүә юҡ - бер беребеҙгә ныҡ бәйләнгәнбеҙ.
Иҫкә төштө: бер йылы Күмертауҙа "Ҡала башҡорттары" тигән ҙур форум булғайны, унда һүҙ күп булды, гластук таҡҡан олпат-олпат ағайҙар ҡатнашҡайны. Резолюция ла ҡабул ителде, әле шул резолюцияны береһе булһа ла хәтерләйме икән? Сыҡҡас та оноттолар, буғай.
Бына бөгөн БРГИ барлыҡ теләге булған, ебәрелгән ата-әсәләрҙе, ысынында, башҡорт йәмәғәтселеген йыйҙы. Ата-әсәләр комитеты рәйесен һайланылар, Әлфиә Дәүләтшина ошоңарсы рәйес булғайны. Форумда йыйылғандарҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙ, ирҙәрҙән ике генә кеше. Шулай булмай, әсә - милләт тотҡаһы бит. Киләсәк уларға бәйләнгән.
Был йыйылыш тураһында тулы материал киләһе һанда була.
Читайте нас