Яңы йола

27 майҙа Күмертауҙың 3-сө китапханаһы үҙенең юбилейын үткәрә. 55 йәш - олпат йәш. Беҙгә лә өндәштеләр. Рәхмәт, барабыҙ. Китапхана - белемгә бай урын, файҙаһы күп булыр. Халыҡтың тел-ауыҙ ижады хаҡында ла күберәк белербеҙ.

Халыҡ ижады бай беҙҙең: арбау, яусылау, ырымлау, ҡот ҡойоу, сихырлау...
Уларҙың ҡайһы берҙәре мәжүсилеккә, ҡайһыһы ислам диненә, бәғзеһе хатта зороастризмға барып тоташа. Саҡырау тигән йоланы белмәй инек, күпме йәшәп. Ижад- бик тәрән фән, уның төбөнә үк төшөп етмәгәнбеҙ, күрәһең. Ижадты ныҡлап өйрәнгән Әхнәф Харисов, Фәнүзә Нәҙершина, Әхмәт Сөләймәнов һымаҡ авторҙарҙың да китаптарын ҡутарҙыҡ - бындай йола тураһында ләм-мим. Заманына ҡарап, яңы йолалар ҙа барлыҡҡа киләлер, ижад - сикһеҙ, бер урында тапанмаҫ. Бер нисә йылдан том-том яңы китаптар сыҡҡас, уҡырбыҙ: Саҡырау йолаһын 2021 йылда Күмертау ҡалаһында Фәлән Төгәнов яҙып алды. Йола ошолайыраҡ башҡарыла... Нисек башҡарылғанын үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, юбилейға барғас, моғайын, белербеҙ.
Читайте нас