Бөтә яңылыҡтар

Өс ҡыҙ - өс таған

Беҙҙекеләр, Күмертау ҡалаһының өс сибәр ҡыҙы, бөгөн Өфөлә, "Бәхетнамә" тапшырыуында үҙҙәренең бәхеттәре тураһында һөйләй. Әлфиә Шәмиғолова, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, үҙәкләштерелгән китапхана директоры, шул китапхананың хеҙмәтҡәре Әлфиә Дәүләтшина һәм БРГИ директоры урынбаҫары Земфира Усманова.

Әлфиә Рәйес ҡыҙы милли биҙәүестәр тураһында һөйләне, Күмертауҙа милли үҙенсәлекте күрһәтеп кейенергә яратҡандар арта, Ә. Дәүләтшина, ҡытайҙың тәңкәләрен алмағыҙ, алама улар, күгәрә, тутыға башлай тип кәңәш бирҙе. Үҙ эштәрен күрһәтте. Тапшырыуҙы алып барыусы, үҙ күҙҙәренә ышанмай, тотоп-тотоп ҡараны: хәтәр икән былар.
Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы "Тере әкиәттәр" проекты тураһында ғорурланып һөйләне, бик шәп булды был проект, балалар ныҡ ҡыуана, тине. Башҡорт телен онотмаҫ өсөн, кескәйҙәргә һәйбәт тәьҫир итә.
Земфира Ирек ҡыҙы ла был проект өсөн үтә шат булыуын белдерҙе. Артабан ҡалала башҡорт теле үлмәһен өсөн барыһын ла эшләрбеҙ тип ышандырҙы.
Өс ҡыҙ, өс таған һымаҡ, Күмертауҙа телде, милләте тотоп торғандай тойолдо, терәүҙәр артабан да ныҡ булһын.
Читайте нас: