“Йөрəк һүҙе”н еткерҙе

Инсаф Йәмилов:- Ҡайнар сәләм, “Юшатыр” гәзите редакцияһы! Мин үҙем бала саҡтан төрлө-төрлө шиғриәт бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашырға ярата инем, күп йылдар халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡатнашып, сәмләнеп уны еңеп ҡуйыу ҙа, үҙемдә мәҙәниәт, тарих, шиғриәт донъяһына ғүмерлек һөйөү тыуҙырҙы! Шуға күрә лә, республикабыҙҙа ошондай юғары кимәлдә ойоштороп үткәрелеүсе "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе тураһында белмәй булмай ине.

Инсаф Йәмилов:
- Ҡайнар сәләм, “Юшатыр” гәзите редакцияһы! Мин үҙем бала саҡтан төрлө-төрлө шиғриәт бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашырға ярата инем, күп йылдар халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡатнашып, сәмләнеп уны еңеп ҡуйыу ҙа, үҙемдә мәҙәниәт, тарих, шиғриәт донъяһына ғүмерлек һөйөү тыуҙырҙы! Шуға күрә лә, республикабыҙҙа ошондай юғары кимәлдә ойоштороп үткәрелеүсе "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе тураһында белмәй булмай ине. Бер нисә йыл рәттән бәйгегә тамашасы һымағыраҡ йөрөп, быйыл үҙем дә ҡатнашырға булдым. Һайлап алыу этабында беҙ 87 конкурсант ҡатнашып, ун икебеҙ финал турына үтеүгә лайыҡ булдыҡ. Шулай итеп, Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған быйылғы "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенә әҙерләнеү эштәрен башланым! Бәйгелә һөйләргә шиғырҙар табыу минең өсөн иң ҡатмарлы офоҡтарының береһе булды, сөнки "Йөрәк һүҙе" - ул матур итеп шиғыр һөйләү генә түгел, ә иң беренсенән тыңлаусыға һүҙ аша халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тәрән тарихын, тел байлығын, актуаль проблемаларын, үҙеңдең "йөрәк һүҙеңде" еткереү. Ике ай артығы менән эҙләнеүҙәрҙән һуң, бәйгенең беренсе турына Әнисә Хәдис ҡыҙы Мәхиәнованың "Заман тураһында уйланыу" шиғырын һөйләп, халыҡҡа үҙемдең йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәремде еткерергә тырыштым. Бөтә бәйгеселәр ҙә шиғырҙарын еренә еткереп әҙерләп, матур итеп сығыш яһанылар, беренсе урынға сығыу еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, кем ниндәй генә урынға лайыҡ булмаһа ла, иң беренсенән "Йөрәк һүҙенең" еңеүсеһе ул беҙҙең телебеҙ - Башҡорт теле булды! Бәйгенең төп ойоштороусыһы - Наилә Сәфәрғоловаға, Зилә Дибаеваға һәм барлыҡ ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтемде, ихтирамлығымды белдерәм. Сығыш яһағанда мин һүҙ ҡоралы булһам, Әнисә Хәдис ҡыҙы уның төп башы һәм йөрәк тибеше булып торҙо. Шуның өсөн дә был беҙҙең уртаҡ еңеү. Әнисә апайҙың шиғырында яҙылғандай:
"Дөрөҫ әйткән Мостай ағайыбыҙ,
Беҙ булғанбыҙ борон-борон да,
Барбыҙ - әйтер йөрәк һүҙебеҙ бар,
Буласаҡбыҙ, Аллаһ бойорһа!"
Был материал тулыһынса һәм шиғыр авторы Әнисә Мәхиәновананың фекерҙәре гәзиттә бөгөн сыҡты.
Читайте нас