"Яҙыу" менән "Яҙмыш" бер тамырҙан

Үҙең йөрөгән транспортты биҙәү - борондан килгән йола (аттарҙы, сана-арбаны ла элек биҙәргә тырышҡандар). Әле лә һәр береһе башҡаларҙан айырылып торорға ынтыла - индивидуализм. Кемдер үҙенең ҡайҙан икәнен күрһәтеп китеп бара. Мәҫәлән, "Кому Москва, кому - Париж, а мне милее Шабагиш" тип яҙылған машиналарҙы ла күргән булды https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_10671

Кемдер һуғышырға ҡырсына: "На Берлин" тип яҙып ҡуя автомобиленә (унда һине әллә кем көтөп тора ти), "Можем повторить" ти. Ҡан-ҡойош, аслыҡ, үлемде ҡабатларға уйлаймы икән?
Милләте күрһәткән машиналар ҙа күп. Кисә Ольховкала беҙгә шундай машина осраны. Рулдә кем китеп бара - башҡорт китеп бара. Был нимәне аңлаталыр: башҡорт булғас, тәртипле, ипләп кенә йөрөй, ҡурҡма тиеүеме, әллә, киреһенсә, баш-баштаҡ, алабарман мин, уңды-һулды ҡарап тормауым бар, абай бул тиме?
Нисек булһа ла, машинаны биҙәү һәр кемдең үҙ ихтыярында. Милләтте яҙалар икән (маҡтаһалар ҙа, әрләһәләр ҙә, һинең милләтеңә ҡағыласаҡтар - оло яуаплыҡ был), һәйбәттер. Яҙыу менән яҙмыш бер тамырҙан тиҙәр, машиналамы-ҡайҙа яҙыу эленеп тороуы насар түгел, был яҙыуҙың күңелдә уйылғаны тағы ла һәйбәт - "Йөрәгендә халҡы булмағандың, кеше булырға ла хаҡы юҡ".
Читайте нас