Эльмира Нурфəйезова, Азалияның əсəһе:
- Азалия “Шалҡан” əкиəтен һөйлəп ҡатнашты бəйгелə. Башта районыбыҙҙа Гран-при яулағайны, аҙаҡ төбəк-ара конкурста махсус бүлəккə лайыҡ булды. Был сараға ҡыҙыбыҙҙы тəрбиəсебеҙ Земфира Ғүмəрова əҙерлəне. Ул һəр ваҡыт төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткəрə. Был юлы ла беҙҙе дəртлəндереп, ҡанатландырып торҙо. Беҙҙең ҡыҙыбыҙға ышаныс белдергəне өсөн Земфира Хəниф ҡыҙына ҙур рəхмəтлебеҙ.