Шулай, шиғыр ене күптәребеҙгә ҡағылған. Тик тәржемә... Әллә ҡалай ҙа ул. Ҡыйын. Кемделер тәржемә итеү өсөн тел байлығы ғына түгел, киң эрудиция ла кәрәк. Теге телде лә, үҙеңдең телеңде лә яҡшы белергә кәрәк. Беҙ, А. Пушкиндың тыуған көнөнә (рус теле көнөнә) арнап, тәржемәләр конкурсы иғлан иткәс, бик ышанманыҡ, әллә кем йәмле йәй көндәрендә дәфтәргә тексәлеп ултыра ти. Тик, бәхеткә, яңғылыштыҡ, бар икән беҙҙең арала Шағирҙы Шағир тип таныған, һүҙҙең ҡәҙерен белгән кешеләр. Иҫебеҙ китеп уҡып ултырҙыҡ, хәйер, һеҙ ҙә шулайтҡанығыҙҙыр.