Библионяня проектына уны саҡырмай, кемде саҡырһындар? Фатима Абдулла ҡыҙының барыһы ла, камера алдына ултыр, тип әйтеп тора: төҫ тә бар, тауыш та матур. Быныһы ғына аҙ, әкиәт тигәс, төрлө авторҙарҙы йәки халыҡ ижадын ҡутарып эҙләмәгән, үҙе яҙған әкиәтте уҡыған - "Ҡояш һәм болот". Шулай итеп, әкиәт дауам итә, тормошта ла әкиәти матур хәлдәр күберәк булһын ине балаларҙың, болоттар араһынан ҡояш йышыраҡ күренһен.