Ҡала үҙәк китапханаһында ойошторолған сара, ысынында, күңелһеҙ булырға тейеш кеүек ине - ниндәй проектты тамамлайбыҙ, кәнфитте ашап бөткән бала хәлендәбеҙ, юҡ, киреһенсә, һәр килгән кешенең йөҙө көләс - нинддәй ҙур эш башҡарылды. Башҡарылды, әммә бөтмәне, йәғни, әкиәт дауам итә. Проект суммаһы 473,5 мең һум ине, аҙ ғына аҡса һымаҡ, самалап, ҡәҙерен белеп тотонһаң, был аҡсаға ла ҙур эштәр башҡарып була икән -балала милли рух тәрбиәләү - ошонан ҙур миссияның булыуы бармы?