Илкәнәйҙәр һынатманы

Афарин, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Йәш быуынға "Урал батыр" эпосының мәғәнәһен асып биреп, асылын төшөндөрөүсе етәкселәре - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдиноваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Кешеләр хаҡына яһалған ҡаһарманлыҡтың бөйөклөгөн, йәшәүҙең мәңгелеген поэтик яҡтан тәрән итеп раҫлаған "Урал батыр" эпосы - классик эпостар рәтендәге әҫәрҙәрҙең береһе. Йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙҙы яттан һөйләү, сәхнәләштереү буйынса "Урал батыр" конкурсы районыбыҙҙа быйыл 22-се тапҡыр уҙғарылды. Бәйге 2 турҙан торҙо. Һөҙөмтәләр буйынса Илкәнәй ауылы мәктәбе командаһы (Мөхәмәтшин Руслан, Дәминова Зүлиә, Ҡотонов Наил, Ардыуанов Илмир, Хоҙайбирҙина Алина) алдынғылыҡты бер кемгә бирмәй еңеп сыҡты.
Рәмилә РАХМАНҒОЛОВА, район мәғариф бүлеге методисы
Рәмилә Минияз ҡыҙының хаты тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас