Әле башҡа килде лә, ҡаланан да, райондан да һораныҡ: нисә телдә ул бюллетендәр? Күмертауҙа ла, Көйөргәҙе районында ла һайлау ҡағыҙҙары өс телдә баҫылған - башҡорт, рус, татар телдәрендә.
Ә Керәүле яҡтарында, сыуаштар күп йәшәгән ерҙә, сыуаш телендә бюллетендәр булманымы? Юҡ. Борондан шулай килә - өс телдә генә була улар. Ҡала территориаль һайлау комиссияһы ла, райондыҡы ла беҙҙең "Ө барлығы милли телдәрҙә нисә бюллетень булды?" тигән һорауға: етерлек кимәлдә тип яуап бирҙе.