Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабря 2021, 10:21

Аҙ булһа ла оҡшай

Айһылыу ТАЙМАҪОВА, Бахмут мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы: 

Аҙ булһа ла оҡшайАҙ булһа ла оҡшай
Аҙ булһа ла оҡшай

- Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнеүенә бик тә шатмын һәм барыһын да ошо байрам менән ихлас ҡотлайым. Әлеге мәлдә был көнгә арнап төрлө саралар үткәреү менән мәшғүлбеҙ. Ғөмүмән, балаларға башҡорт теле дәрестәре оҡшай, әммә дәрестәр һаны аҙ булыуы ҡамасаулай. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле аҙнаһына 1 генә сәғәт уҡытыла. Үткән дәрестәге мәғлүмәттәрҙе улар, киләһе аҙналағы дәрескә тиклем онотоп бөтәләр. Уҡыусылар дәрестә телдәрен емерә-вата булһа ла башҡортса һөйләшәләр, тик өйҙәрендә улар һөйләшмәйҙәр. Элек аҙнаһына ике сәғәт уҡытылғанда күпкә еңелерәк булды, уҡысылар ҙа мәғлүмәттәрҙе иҫтәрендә ҡалдыра ине.
Йылдан-йыл башҡорт телен өйрәнеүсе балалар һаны кәмеүе эсте бошора. Алдағы йылдарҙа 10-ар бала башҡорт теле дәресенә йөрөһә, быйыл 5 бала ғына үҙләштерә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас