

Бөгөнгө көндә муниципаль һәм дәүләт белем биреү уҡыу йорттарында 1350 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Уҡыусыларҙың 77,8 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, ҡалғандары Башҡортостан мәҙәниәте кеүек предметтарҙы һайланы.
Төрлө һанлы олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеү яулаған уңыштарыбыҙ ҙа бихисап. Быйыл “Айгөл” балалар баҡсаһы “Иң яҡшы милли балалар баҡсаһы” республика конкурсында еңеү яуланы. 1-се һанлы “Гармония” мәктәбе һәм РПЛИ-ның башҡорт теле уҡытыусылары Рәзифә Юзумбаева менән Зилә Әбхәлимова республика программаһына ярашлы конкурста ҡатнашып, еңеүҙәре өсөн уларға мультимедиалы кабинеттар ҡайтарылыуы ҡыуандырҙы.
Рима АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡалаһының туған телдәр буйынса методисы
Рима Фәттәх ҡыҙының материалы тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты.