Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Ғинуар 2022, 13:10

КИРЕ ҠАЙТҠАН МӘҠӘЛДӘР

«Ҡатын аҙһа – ир башына, түрә аҙһа – ил башына».   

КИРЕ ҠАЙТҠАН МӘҠӘЛДӘР
КИРЕ ҠАЙТҠАН МӘҠӘЛДӘР

Беҙ – совет мәктәбендә, юғары уҡыу йорттарында белем алған быуын вәкилдәре синфи тигеҙһеҙлек тураһындағы мәҡәлдәрҙе тарихта ҡалған ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре тип кенә белә, ҡабул итә инек.

Социализмдың төп принцибы «Кеше кешегә дуҫ һәм иптәш», ә капитализмдыҡы «Кеше кешегә бүре», тип өйрәттеләр беҙгә ижтимағи фәндәрҙән.
Кем уйлаған инде элекке сәйәси-ижтимағи, социаль-иҡтисади тормошҡа – капиталистик йәмғиәткә кире әйләнеп ҡайтырбыҙ тип. Мәжит Ғафуриҙың «Элек ҡыйын ине, хәҙер анһат ул» тигән хикәйәһенең исемен дә баштүбән әләндереп уҡырға ғына ҡалды: «Элек анһат ине, хәҙер ҡыйын ул».
Бына шул тормошобоҙға кире әйләнеп ҡайтҡан, хәҙер көндән-көн йышыраҡ ҡулланылған мәҡәлдәрҙең ҡайһы берҙәре: «Берәү туйып һикерә, берәү туңып һикерә», «Бай тапһа – ҡотло булһын! Ярлы тапһа – ҡайҙан алдың?», «Байлыҡ кешенең күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә», «Байҙың малы – ярлының ҡаны», «Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһа ла, бай балаһы һөйләһен», «Насар арба юл боҙор, насар түрә ил боҙор», «Ҡатын аҙһа – ир башына, түрә аҙһа – ил башына», «Байға ҡалған көнөң – айһыҙ ҡараңғы төнөң», «Көс кемдеке – әмер шуныҡы». Хәҙерге заманға уғата ла тап килеп тора улар.
«Донъя ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа», – тип тә әйтелә халҡыбыҙҙың икенсе бер мәҡәлендә. Донъя гелән былай тормаҫ әле.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас