

Дәресте башҡорт теле уҡытыусыһы А. Н. Халилов һәм китапханасы И. Р. Рафиҡова алып барҙы. Шағирҙың биографияһы, шиғырҙары һәм күргәҙмә китаптары аша уҡыусылар бөйөк шәхестең ауыр тормошон, үҫеш юлын күҙалланы. Азат Насретдин улының балалайкала уйнап, "Уйҙарым" ҡобайырын башҡарыуы ла балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Дәрес аҙағында үткәрелгән интеллектуаль уйын белемдәрен тикшереп ҡарарға ярҙам итте.
Сараға килгән уҡытыусылар һәм Күмертау ҡалаһы башҡорт теле уҡытыусылары методисы, ҡала яҙыусылар ойошмаһы рәисе Римма Фаттаховна Арсланова дәресте юғары баһаланы. Уның китапханаға биргән китабы осрашыу иҫтәлеге булып һаҡланыр.